Йәмәғәт, донъялар имен түгел икәнен онотмайыҡ. Янда ғына ҡәһәрле һуғыш бара
. Беҙҙең тыныслыҡ өсөн тиеп, күпме ирҙәр башын һала
. Донъя ялтырауығына алданмайыҡ, бөтә ихласлығыбыҙ менән Раббыбыҙға һыйынайыҡ. Көн һайын һәр намаҙҙан һуң үҙебеҙ белгәнсә доға ҡылайыҡ!ТУҠТАЛҺЫН ҺУҒЫШ! ЕГЕТТӘРЕБЕҘ
ИМЕН-АМАН ЯҠЫНДАРЫНА ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТҺЫН! Әмиин!
ДОҒАЛА БУЛАЙЫҠ!
Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин.
Әс-саләәтү үәс- сәләмү ғәләә расүлиһи
Мүхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғиин.
Йә, Раббыбыҙ Аллаһ! Ошо сәғәттә барса кәмселек- хаталарыбыҙҙы, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүеңде һорап доға ҡылабыҙ.
Беҙҙәргә һаулыҡ- сәләмәтлек, ашарға ризыҡ, эсергә һыу, һуларға һауа, йәшәргә йорт, ғаилә һәм балалар биргәнең өсөн һәм барлыҡ ниғмәттәрең өсөн сикһеҙ шөкөрҙәребеҙ булһын Һиңә.
Бер Үҙеңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ, бер Үҙеңдән генә һорайбыҙ, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл, ҡулдарыбыҙҙы буш ҡалдырма.
Йә, Раббыбыҙ, Һинең "Әл- Хафиз" тигән исемең менән һорайбыҙ, беҙҙең мобилизацияға эләккән башҡорт, татар һәм башҡа милләттән булған улдарыбыҙ, илебеҙҙе яҡлап, Украина сиктәрендә һуғышыусы барлыҡ ватандаш улдарыбыҙ, илебеҙҙе һаҡлау бурысын үтәйҙәр. Уларҙы барлыҡ яуызлыҡтарҙан, яман эштәрҙән һәм яман күҙҙәрҙән, әшәке кешеләрҙең әшәкелектәренән, бәлә- ҡазаларҙан, әсирлеккә төшөүҙәрҙән, яраланыуҙарҙан, юғалыуҙарҙан һәм үлемдән Үҙең яҡла, Үҙең һаҡла! Һинең ҡөҙрәтең киң, Рәхмәтең ҙур!!!
Уларҙың араларына дуҫлыҡ, ныҡлыҡ, берҙәмлек урынлаштыр. Йөрәктәренән ҡурҡыуҙы ал, иман- тәүфиҡ биреп, күңелдәренә тыныслыҡ һал. Бер- беренә ярҙам итерҙәй дуҫ-иптәштәр, хәйерле юлдаштар насип ит, уларға зыян тейҙермә!
Иҫән-һау өйҙәренә, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит!
Йә, Раббым! Илебеҙҙе- еребеҙҙе ҡан ҡойоштан, емерелеүҙәрҙән, юғалтыуҙарҙан Үҙең һаҡла!!! Был һуғыштарҙың хәйерле ахырын бир!
Етәкселәрҙең, кешеләрҙең күңеленә тыныслыҡ, дуҫлыҡ хистәрен тарат.
Ғәзиз әсәләрҙең, балаларҙың күҙ йәштәре таммаһын. Һуғышҡа китеүселәрҙең әсәләренә, ғаилә әһелдәренә сабырлыҡ, ныҡлыҡ, тәндәренә сәләмәтлек, йәндәренә тыныслыҡ насип ит!!!
Йә, Раббыбыҙ! Бөтә ер шарында тыныслыҡ, ғәҙеллек урынлаштыр!
Йә, Раббыбыҙ Аллаһ! Үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып, БЕР ҮҘЕҢӘ ғибәҙәт ҡылып йәшәүебеҙҙе насип әйлә! Беҙҙе ярҙамыңдан ташлама, Үҙеңдең рәхмәтеңдән мәхрүм итмә!!!
Раббәнә әәтиннәә фиддүнйә хәсәнәтәү үә фил әәхирати хәсәнәтәү үә ҡыйнә ғәҙәәбәннәәр. Бирахмәтикә ай әрхәмәр- раахимиин. Әмиин!
https://vk.com/wall300277418_2755






