Даирә
+21 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
16 Декабрь 2022, 11:25

Йома ҡасан башлана?

Алла илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бер хәҙисендә был турала әйтелә.

Йома ҡасан башлана?Йома ҡасан башлана?
Йома ҡасан башлана?

Кесаҙна кисендә ҡояш байығас та, йома көн башлана һәм ул киләһе көндөң ҡояшы байығансы дауам итә. Бына ни өсөн беҙҙең элекке ата-бабаларыбыҙ кесаҙна көнөн “кесе йома” тип атап йөрөткән.
Алла илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: “Йома – Алла алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта ҡорбан һәм ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, – тип әйткән. – Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яратыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә – йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Алла әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ”. Бына шуның өсөн айырыуса йоманы әҙәм балаларының Аллаһы Тәғәләгә зикерҙәр әйтеп, доға ҡылып үткәреүе хәйерлерәк!

Шоңҡар, 05.2019

Автор:
Читайте нас