Даирә
+21 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
16 Декабрь 2022, 11:13

Был донъяла иң ҙур ҡиммәт нимә?

Был һорауға ни ти яуап бирер инегеҙ?

Был донъяла иң ҙур ҡиммәт нимә?Был донъяла иң ҙур ҡиммәт нимә?
Был донъяла иң ҙур ҡиммәт нимә?

Әгәр беҙ һеҙҙән: "Был донъяла иң ҙур ҡиммәт нимә?" - тип һораһаҡ, ни ти яуап бирер инегеҙ? Яуаптар күп, шулай бит? Ә беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салЛаһу ғәләйһис сәләм был һорауға нисек яуап биргән икән? Аллаһ илсеһе салЛаһу ғәләйһис сәләм әйткән: "Аллаһ менән ант итәм, әгәр Аллаһ һинең аша бер генә кешене булһа ла тура юлға сығарһа, һинең өсөн был ҡыҙыл дөйәләр эйәһе булыуҙан яҡшыраҡ", - тигән. Ни өсөн ҡыҙыл дөйәме? Сөнки ул ваҡыттарҙа иң ҡиммәтле мөлкәт булып, үҫеп, нығынып ҡыҙыл төҫкә ингән дөйәләр булған. Ә хәҙистең икенсе версияһында "...Был һиңә ҡояш сығып яҡтыртҡан бар нимәнән дә ҡиммәтерәк була" - тиелгән. Һәм бына ошо донъялағы иң ҡиммәт нәмә инде йөҙәр тапҡыр бойомға ашырылды.
Футбол буйынса донъя чемпионатында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә нисәмә йөҙ кеше Ислам диненә ҡайтты. Күҙ алдына килтерегеҙ, беҙ төрлө милләт халҡы, төрлө мәҙәниәтле, төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләр хаҡында һөйләйбеҙ. Әйҙәгеҙ был көндәрҙә Катарҙа нимәләр булғанын, был хәлдәрҙең Ислам донъяһына нисек тәьҫир иткәнен ҡарап үтәйек. Меңәрләгән кеше чемпионат ҡарарға Катарға килде һәм һаман да килә. Был мөмкинселек менән Катар хөкүмәте бик яҡшы һәм һөҙөмтәле ҡулланды.
Ислам дине тураһында мифтарҙы юҡҡа сығарыу, диндең асылын күрһәтеү маҡсатында эшләнгән ғәмәлдәр һөҙөмтәһен килтерҙе. Ҡалалағы өйҙәрҙең диуарҙарына пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салЛаһу ғәләйһис сәләмдең хәҙистәре, Ҡөръәндән аяттар. Уйлап ҡарағыҙ, бәлки кеше ғүмер буйына хаҡ дин тураһында тик яҙыҡ, дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр генә ишеткәндер. Һәм ошо хәҙистәрҙе, аяттарҙы уҡығас ул Ислам тураһында фекерен үҙгәрткәндер.
Футбол ҡарарға тип урынына килеп ултырған һәр бер көйәрмән өсөн бүләк әҙерләнгән. Һәр бер ултырғыста бәләкәс кенә ҡапсыҡ эленеп тора, уның эсендә Ислам дине тураһында мәғлүмәттәр, Ҡөръәндең копияһы, хуш еҫле хушбыйҙар. Бүләк алыуы һәр кемгә лә оҡшай, һәм был бит дингә әйҙәү өсөн ғәжәйеп шәп идея!
Мәсеткә инер алдынан кюар кодтар ҡуйылған. Унда баҫып дин тураһында 30-ҙан ашыу телдә дөрөҫ мәғлүмәт алырға була. Әммә бының менән генә сикләнмәй ойоштороусолар.
Сөнки, бәлки берәйһенең шәхси һорауы барҙыр.
Бында инде 2 мең волонтер йәлеп ителгән. Был 2 мең ир һәм ҡатын махсус уҡыу үтеп әҙерләнгәндән һуң, төрлө телдәрҙә дингә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирергә әҙерҙәр. Кем генә булмаһын, ниндәй генә һорауы булмаһын, ул волонтерҙарҙан яуап ала ала. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Катар хөкүмәте, халҡы, аҙашҡан, яҙыҡ юлдан барған Әҙәм балаларының мәңгелек тормошон ҡайғыртып, бар көсөн һалып, тура юлға саҡырыу эштәрен алып баралар
Был көндәрҙә ундағы мәсеттәр туристар менән туп-тулы. Ҡайһы бер ерҙәрҙә хатта виртуаль рәүештә Мөхәммәт салЛаһу ғәләйһис сәләм ваҡытында нисек йәшәүҙәрен күрһәтеүсе ҡоролмалар ҡуйылған.
Әлбиттә, донъя кимәлендә булған ваҡиға, донъя кимәлендә күрһәтелә лә һәм был көндәрҙә бар донъя мәғлүмәт каналдары футбол менән бер рәттән мосолман донъяһын күҙәтә. Мәҫәлән, билдәле актер Морган Фриман Ҡөръән тыңлап һорауына яуап алды һәм был турала телевидениела һоҡланып һөйләне. Хәҙер иһә, Бразилия командаһының тренеры мосолман кешеһенең ҡылығына һоҡланыуын
белдереп күҙ йәштәре аша пресс конференцияла һөйләгәне киң таралды. Бер ғәрәп кешеһе Палестина флагын арҡаһына элеп, йоҡлаған баланы күтәреп барған фотоны күреп, тренер үҙенең ейәнен таныған. Ғәрәп кешеһе ике балалы ҡатынға ауыр икәнен күреп, ярҙам ҡулы һуҙған. Ә ысынында, йоҡлаған бала ҡаты сирле булған.
Тренер пресс конференцияла күҙ йәштәрен тыя алмай илап, ул кеше менән күрешеп, кешелеклелеге өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерергә теләүен белдерҙе.
Тағы ла иҫ киткес һәм Европа халҡы өсөн ғәжәйеп күренеш булып мосолман футболсыларының ата-әсәһенә хөрмәте була. Морокко футболсылары ата-әсәһен футболға алып килеп, уйын алдынан да, гол ингәс тә йүгереп барып маңлайҙарынан үбеүе таң ҡалдыра. Беҙҙең футболсылар яндарында булған модель ҡатындарын үбә, ә мосолмандар ата-әсәһен үбә тип һоҡланыуын белдерә улар.
Был әлбиттә тик башы ғына. Был тик Катарға килгән меңәрләгән кешенең һәм бар донъя буйынса миллионлаған күҙәтеүсенең йөрәгенә орлоҡ һалыу ғына. Һәм әлбиттә был орлоҡ кемдәлер үҫентегә әйләнәсәк. Ин ша Аллаһ.
Әлбиттә, ҡайһы бер яңылыш, яҙыҡ эштәр ҙә бар был чемпионатта. Әммә ғәҙел кеше яҡшылыҡты күреп, үҙенә ниндәйҙер файҙа ала. Беҙ ҙә үҙебеҙҙән: "Ә мин өммәтебеҙгә нисек ярҙам итә алам?" - тигән һорау бирә алабыҙ. Тарих ҡабатлана. Ислам тарихында дингә күпләп саҡырыу бик күп була.
Ғәли ибн Абу Талиб (Аллаһ унан риза булһын) пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәһе һәм ике туған ағаһы була. Дин өсөн һуғышта ул дошманын үлтерер өсөн ергә ташлай һәм ҡылысын сығарып үлтерергә торғанда был кафыр уның битенә төкөрә. Ғәли ҡылысын төшөрөп, дошманын үлтермәй. Икенсе реакция көткән динһеҙ кеше аптырап, ни өсөн мине үлтермәнең? Тип һорай. Ғәли уға яуап бирә: " Мин һине Аллаһ юлында, шаһид булараҡ үлтерергә ниәт иттем, әммә һин миңә төкөргәс, мин ныҡ асыуландым һәм минең ниәтем боҙолдо. Хәҙер инде минең нәфсем һине мине ҡыйырһытып, төкөргәнең өсөн үлтерергә ҡотортто. Шуға күрә лә мин һине үлтермәнем." - тип яуаплай
"Эйе, ысынлап та, мин һине асыуландырып, тиҙерәк үлтереүеңде теләгәйнем, әммә һинең динең шул тиклем таҙа һәм эскерһеҙ, мин уға ышандым",- тип мосолман була.
Беҙҙең менән бәйләп, был тарихтан ниндәй фәһем алырға була? Беҙгә асылда, Катарға барырға билет та, көн дә иман тураһында ғына һөйләргә лә, ниндәйҙер уҡыу үтергә лә кәрәкмәй. Беҙгә бары тик ислам динен тотоп, тормошобоҙҙа күрһәтергә генә кәрәк. Икенсе һүҙҙәр менән, көндәлек тормошобоҙҙа ислам динен көҙгәнән сағылдырған һымаҡ сағылдырырға. Әгәр тәмәке тартҡан ата балаһына тәмәке тартма тиһә, ул һүҙҙәрҙең көсө буламы? Йәки намаҙ уҡымаған кеше - " намаҙ бик мөһим! Намаҙ уҡырға кәрәк!" - тиһә, ул һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап киләме? Исламды аңлар өсөн кешеләр мосолмандарға ҡарай, шуға күрә үҙебеҙгә яуаплылыҡ алып, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә кәрәк. Беҙгә Аллаһтың оло мәрхәмәте күрһәтелгән, беҙ мосолман өммәтенән, шулай булғас, әйҙәгеҙ кешелеккә динде күркәм итеп таратайыҡ.

Ниндәй генә ябай эш башҡарһаҡ та - ул әбейгә ауыр йөгөн алып барышыу булһынмы, эштәге дуҫыңды ғәҙелһеҙлектә йәберләүҙән һаҡлаумы, тапҡан аҡса янсығын алып барып биреүме, барыһы ла имандан булһын. Миңә быны минең динем ҡуша, тип башҡарығыҙ. Һеҙ ярҙам иткән кешенең күңеленә нисек үтеп инәсәк был һүҙҙәр! Шулай бит?

Иманлы ғаилә төркөмөнән

https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_2354 

Был донъяла иң ҙур ҡиммәт нимә?
Был донъяла иң ҙур ҡиммәт нимә?
Автор:
Читайте нас