Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
2 Декабрь 2022, 04:20

“Сабый кеүек булығыҙ һәм үҙегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ”

 Ике мең йыл самаһы элек Ғайса пәйғәмбәр ни өсөн былай тип әйткән?

“Сабый кеүек булығыҙ һәм үҙегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ”“Сабый кеүек булығыҙ һәм үҙегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ”
“Сабый кеүек булығыҙ һәм үҙегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ”

 Риүәйәт буйынса, ике мең йыл самаһы элек Ғайса пәйғәмбәр:
“Сабый кеүек булығыҙ һәм үҙегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ”, – тип әйткән.
Бәлки, был һүҙҙәр кешелеккә ҡалдырылған васыят ҡына түгел, һәр әҙәм үҙен һаҡлар өсөн файҙалана алырлыҡ серле асҡыстыр?
Сөнки доғалар кешене сабый кеүек саф, донъяға яңы килгән сағына, Хоҙай менән бер бөтөн, беренсел мәленә алып ҡайта.
 Доға - ялбарыу менән Раббыһына мөрәжәғәт иткән кеше, үҙенең мохтажлығын, сибеклеген танып, Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаһҡа һыйына. Үҙенең хаҡ асылы - Аллаһы Тәғәләгә буйһоноу һуҡмағына йүнәлә.
Кем генә булмаһын, ниндәй генә ихтыяжы тыумаһын - уның берҙән-бер ысын таянысы - АЛЛАҺ!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас