

Бер ҡош аулаусы яр буйына үҙенең ауын ҡора. Аҙыҡҡа алданып, бер өйөр ҡош ауға эләгә. Аусы үҙенең ауы эргәһенә яҡынлауы була, ҡоштар ауы-ние менән бергә шаулап осоп та китә. Ғәжәпкә ҡалған аусы ҡоштар осҡан яҡҡа йүнәлә.
Ҡош аулаусының ҡаршыһына бер кеше осрай һәм унан ҡайҙа юл тотоуы тураһында һорай. Аусы осоп барған ҡоштарға күрһәтә һәм үҙенең уларҙы эҙәрлекләүе тураһында әйтә. Кеше көлә һәм: “Аллаһ хаҡына аҡылыңа кил. Һин ысынлап та күктә осҡан ҡоштарҙы тотормон тип уйлайһыңмы?” – ти. “Әлбиттә, - ти аусы. – Ауға бер генә ҡош эләкһә, мин уны тота алмаҫ инем. Ә быларҙы тотасаҡмын”.
Шулай килеп сыға ла. Эңер төшөү менән ҡоштарҙың һәр береһе үҙ ояһы яғына табан тарта башлай. Береһе ауҙы күлгә, икенсеһе урманға табан тарта, өсөнсөһө тауҙарға ҡарай осорға теләй. Ләкин береһе лә маҡсатына өлгәшә алмай.
Тартыша торғас, өйөрө менән ергә килеп төшәләр. Бына шул саҡта аусы уларҙы тотоп ала ла инде.
Бахыр ҡошсоҡтар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (Алллаһ уға фатихаһын бирһен һәм сәләмләһен) түбәндәге хәҙисен белгән булһалар, бер йүнәлештә генә осорҙар һәм аусы ҡулына эләкмәҫтәр ине. Ә ул хәҙис шулай яңғырай:
“БЕР -БЕРЕГЕҘҘӘН АЛЫҪЛАШМАҒЫҘ, ЮҠҺА, КӨТӨҮҘӘН АЙЫРЫЛҒАН ҺАРЫҠТЫ БҮРЕ ТАМАҠЛАЙ”.