

Доғалар көсө
Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә барған ваҡиғалар сорналышында күптән түгел Атйетәр ветеринар участкаһы мөдире Рәзил Маҡаев менән һөйләшкән һүҙҙәр, йәғни доғаларҙың шундай ҙур көскә эйә булыуы тураһындағы фекерҙәр хәтерҙән сыҡмай. Ветеринар булараҡ һүрәтләр өсөн редакцияға саҡырған саҡта, дини кеше булараҡ ул беҙҙең менән ифрат күп фекерҙәре менән бүлешкәйне. Уның һөйләгәндәрен һеҙҙең ҡарамаҡҡа ла тәҡдим итмәксебеҙ.
- Хәләл аҡса эшләй алһам, хаж ҡылырмын тигән инем үҙемә. Шөкөр, 46 йәшемдә хаж ҡылырға насип булды. Башҡа диндәрҙән айырмалы рәүештә үҙебеҙҙең мосломан динендә (аралашсы) посредник юҡ. Башҡа диндәрҙә, мәҫәлән, кемдәрҙер һыйырға табына, ҡайһылар ташҡа башын терәй һәм башҡалар. Мосолмандарҙа бары тик һин һәм Хоҙай Тәғәлә. Һәр мосолман кешеһе үҙ ғүмерендә бер тапҡыр Мәккәлә булырға тейеш. Әгәр Хоҙай Тәғәлә мөмкинлек бирә икән, уны кәрәкмәгән ергә исраф иткәнсе, Хоҙай биргәнде Хоҙай юлына һалырға кәрәк. Хоҙай юлына күпме аҡса туҙҙыраһың, ул һиңә 70 мәртәбә артығыраҡ ҡайтарып бирә тиелә. Ә бының ысынлап та шулай икәнен мин үҙемдең миҫалдан яҡшы беләм.
Шуны ла әйтке килә: мосолман илдәрендә ашығыу тигән нәмә юҡ. Улар һәр ваҡыт сабыр булырға тырыша. Быға бер генә миҫал килтерергә мөмкин. Мосолман илдәрендәге юлдарҙа әллә нисә рәт машина йөрөй. Шул уҡ ваҡытта унда светофор ҙа, полиция ла юҡ, авраиялар ҙа теркәлмәй. Ни өсөнмө? Сөнки береһе поворотнигын яндырһа, икенсеһе шунда уҡ юл бирә. Шулай уҡ унда кешеләр машинаны байлыҡ итеп түгел, ә юл йөрөү сараһы итеп кенә ҡабул итә.
Бала тыуғас та, хөкүмәт уның иҫәбенә 20 000 доллар һала. Был илдәрҙә банк проценттары тигән нәмә лә юҡ. Ул гонаһ һанала. Мосолман илендә бер ай йәшәү дәүерендә ошондай бик күп фәһем бирерлек нәмәләр менән осраштым.
Намаҙ уҡыу хаҡында ла әйтеп үткем килә. Күптәр “Намаҙ уҡырға ваҡытым юҡ”, - тиҙәр. Намаҙ уҡырға күп ваҡыт кәрәкмәй. Иң оҙон өйлә намаҙы 17-20 минут уҡыла. Башҡаларына 15 минут тирәһе ваҡыт сарыф ителә. Эштә йөрөү сәбәпле намаҙҙы көнөнә биш тапҡыр уҡый алмағанһың икән, тимәк һуңғы фараз намаҙын уҡыйһың да, артабан башҡаларын дауам итәһең. Намаҙға баҫҡан һайын беҙ Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрәбеҙ.
Фәрештәләр һәм пәйғәмбәрҙәр генә гонаһһыҙ. Ҡалған бәндәләрҙең барыһы ла гонаһлы, сөнки һәр кемебеҙҙең белеп йә белмәй эшләгән гонаһтары бихисап. Аҡсаны ла бит Аллаһы Тәғәлә бирә. Әгәр уны яҡшы ниәт менән тотонмаһаң, ул аҡсаны һинең ғүмерең менән ҡуша тартып алыуы ла бар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән бер ваҡыт: “Һеҙ бит һуңғы пәйғәмбәр, әйтегеҙ әле, кеше ғүмере күпме?” - тип һорағандар. Ул был һорауға бер нисек тә яуап бирмәгән, тик ике бармағын ғына күрһәткән. Был ике бармаҡты былайыраҡ аңлаталар: әхирәт донъяһы менән фани донъя ике бармаҡ араһы кеүек яҡын ғына. Һәм был ысынлап та шулай. Беҙ көн дә иртәгә ахыры заман килеүе бар тип уйларға тейешбеҙ. Беҙгә ҡасан да булһа, әхирәт донъяһына күсергә һәм унда яуап тоторға тура киләсәк. Һин бөгөн нимә ҡылдың, иртәгә һин әхирәт донъяһында шуның өсөн яуап бирәсәкһең. Бер кеше лә әхирәт донъяһына барып кире ҡайтмағас, беҙ уны үҙ күҙебеҙ менән күрмәйенсә ышанып та етмәйбеҙ, әлбиттә. Һәр кемдең яҙмышы маңлайында яҙылған, әммә уны фани донъяла йәшәгәндәрҙән бер кем дә бер-береһенекен уҡый алмай. Мәҫәлән, 25 йыл элек мәрхүм булған кеше һеҙҙең төшөгөҙгә керә икән, ул төшкә бөгөнгө донъя менән керә. Мәрхүмдәр төшкә керә икән, тимәк улар әхирәт донъяһынан беҙҙең фани донъяны күрә. Шулай уҡ улар беҙҙең маңлайҙа яҙылғанды уҡып, беҙгә нимәлер тураһында иҫкәртергә итәләр, тик күбеһенсә беҙ уны аңлап ҡына етмәйбеҙ, ҡыҙғанысҡа.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе 63 йәшендә мәрхүм була. Һәр кем мәрхүм булғас, сират күперенән үтергә бурыслы. Уны үтә алһаң, йәннәткә, үтә алмаһаң тамуҡҡа эләгәһең. Тамуҡтың тәрәнлеге – таш ырғытһаң, ул 24 мең йыл буйы осор тиелгән. Ошо сират күперенән үткән саҡта тик бер пәйғәмбәр генә ярҙам итә ала тиелә. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтһә, тимәк сығаһың. Сөнки бөтә пәйәғәмбәрҙәрҙең ғилеме Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдеке хәтлем юҡ. Хоҙай Тәғәлә бөтә пәйғәмбәрҙәр араһынан тик уны һайлап ҡуйған.
Доғалар көсөнә килгәндә, уны әйтеп тә, аңлатып та бөтөрлөк түгел. Быға ла бер нисә миҫал килтерергә була. Әтейемдең инәйе, минең нәнәйем бик уҡымышлы кеше булған. Балаларын һәр ваҡыт доғалар уҡып оҙатҡан. Әтейем ике һуғыштан иҫән йөрөп ҡайтҡан. Бабайыма үлде тигән хәбәр килгән һәм уға хатта үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исемен бирәләр. Бәхеткә, ул да һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Бабайым был турала:
- Китеп барған колоннаны туҡтатыр өсөн десант ырғыталар. Шулай ҡыш көнө, ҡаты һыуыҡта китеп барабыҙ. Бер ваҡыт аңыма килеп, ҡысҡырып ҡарайым, беҙҙекеләрҙән берәү ҙә өндәшмәй. Ике-өс километр йыраҡлыҡта, тау-урманда партизандар бар икәнен хәтергә төшөрә һалдым. Тиҙ генә торҙом да шунда саптым. Арттан аталар, бил тирәһе ҡанай башланы. Атларлыҡ хәлем бар бит әле тип һаман алға табан барам. Урманға барып еткәс ҡараһам, бөтә фуфайкам, бөтә кейемдәрем пулянан тетелеп бөткән, әммә мине бер пуля ла алмаған, - тип һөйләй ине.
Быны нисек аңлатырға? Хоҙай Тәғәлә бөтә әйбергә лә, ергә лә, күккә лә хужа. Шуның өсөн дә Хоҙай Тәғәләнең ихлас сүрәһен һәр саҡ уҡып торорға кәрәк.
Ғази абзыйым 1943 йылды НКВД-ла хеҙмәт итә. Урманда һыуыҡта ятып, үпкәһенә һыуыҡ тейҙерә һәм йәп-йәш егетте комиссовать итергә мәжбүр булалар. Ул 65 йшендә генә мәрхүм булды. Әтейебеҙ һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. “Уны һөйләрлек бер ере лә юҡ, балаҡайҙар”, - ти торғайны. Тормош иптәшемдең дә ҡартатаһы өс малайы менән бергә һуғышҡа китә. Уларҙың да барыһы ла иҫән ҡайта.
Хоҙай Тәғәлә бик мәрхәмәтле ул, сөнки бик күп гонаһтарҙы ғәфү итә, ярлыҡай. «Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотоуҙы (ширкты) ғәфү итмәй, әммә унан башҡа гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә...»- тиелгән Ҡөрьәндә был турала. Ширк – ул иң ҙур гонаһ. “Ниндәй Алла булһын, донъяға икенсе кешеләр хужа”, - ти күптәр. Бына шул ширк була ла инде. Хоҙай Тәғәлә барлыҡ хужаларҙы ла үҙ урынына ҡуйған. Әгәр Хоҙай Тәғәлә ниндәйҙер хужаны алып ташларға теләй икән, ул барыбер вазифаһынан бушатыласаҡ.
Хажи икәнлегемде үҙемдең иң яҡындарымдан башҡа кешеләр белмәй тиерлек. Минең йәшәү принцибым: эргәләге кешеләр бер ҡасан да минән интегергә тейеш түгел. Кемгә ярҙам итә алам, шуларға ҡулымдан килгәнсе ярҙам итәсәкмен. Мохтаж кешегә эсеңдән генә әйтеп зәкәт бирер кәрәк. “Урыҫҡа зәкәт бирергә, ҡорбан ите ашатырға яраймы?” – тип уҡымышлыларҙан һорағайным. “Ярай”, - тигән яуап бирҙеләр. Үҙеңдең изге эшең тураһында бер кемгә һөйләмәһәң дә була. Мөмкинлегең бар икән, һәр саҡ кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Бирә торған әйберҙе биреп була. Юҡ әйберҙе генә биреп булмай. Был донъяла кешегә бик күп тә кәрәкмәй. Иртән торҙоң, бер сынаяҡ сәй етә, артығын эсеп тә, ашап та булмай. Нисек кенә тырышһаң да, барыбер ике порция ашай алмайһың. Шулай уҡ бер юлы ике костюм кейеп булмай. Ике машинала ла бер юлы йөрөй алмайһың. Шуға күрә һәр саҡ булғанына шөкөр итә белергә кәрәк. Шөкөр итһәң, барыһы ла етә.
Ошолай итеп доғаларҙың көсө хаҡында, Ислам дине буйынса үҙенең ишетеп белгәндәре, бик фәһемле кәңәштәре менән бүлеште Рәзил Ғәндәлиф улы беҙҙең менән.
Эйе, һуңғы өмөтөбөҙ өҙөлөрҙәй ваҡыттарҙа һәм башҡа ерҙән ярҙам килеренә ышанысыбыҙ ҡалмаған бик ауыр саҡтарҙа бар кеше лә ярҙам һорап Хоҙайға мөрәжәғәт итә. Ысын күңелдән уҡылған доғаларҙың ҡаты сирҙән һауыҡтырған, хатта әжәлде кисектергән осраҡтары һанап бөткөһөҙ. Изге доғаларҙың ошондай мөғжизәле ҡөҙрәте кешелек донъяһының быуаттар буйына килгән дини тәжрибәһе менән дә нигеҙләнгән. Изге доғаларыбыҙ һәр саҡ ҡабул булһын!
“Бисмилла” хикмәттәре
Бала саҡтан һәр кемебеҙ ололар артынан ҡабатлап йөрөп өйрәнгән “Бисмилла”ның ғына ла әллә күпме хикмәттәре бар. Бына шуларҙың бер нисәүһе (“Һәфтиәк-шәриф” китабынан):
* Башында “Бисмилләһир-рахманир-рәхим” һүҙҙәре булған доға кире ҡағылмаҫ;
* Кем дә кем “Бисмилләһир-рахманир-рәхим” тип берәр сихыр, боҙоҡ өҫтөнә 487 мәртәбә уҡып өрһә, ул сихыр үҙ көсөн юғалтыр;
* Кем дә булһа 50 мәртәбә “Әр-рахмәнур-рәхим” тип берәр ҡағыҙға яҙып, шул ҡағыҙ өҫтөнә 150 мәртәбә “Бисмилләһир-рахманир-рәхим”де уҡыһа, берәр яуыз хужа янына әлеге ҡағыҙҙы ла алып инһә – уның яуызлығынан имен булыр;
* Яуыз кешенең йөҙөнә ҡарап, “Бисмилләһ” 50 мәртәбә уҡылһа, яманлығы теймәҫ;
* Ҡағыҙға “Бисмилләһ”те 35 мәртәбә яҙып, өйҙөң берәр урынына ҡуйһаң, яуызлыҡ инмәҫ.
Доғаларҙың ҡабул була торған мәлдәре лә була. Ә бына хәрәм ризыҡ ейгән кешенең доғаһы 40 көн буйына ҡабул ителмәҫ.