Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
6 Октябрь 2022, 07:39

Аяттар бағышланыҡ, доғалар ҡылдыҡ

Изге йома көнө, Үтәгән ауылы халҡы менән күмәкләшеп, ошо көндәрҙә өлөшләтә мобилизация буйынса ил һаҡларға алынған яҡташтарыбыҙ һәм махсус операцияла ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәр ҙә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар тип ниәтләп, ауыл халҡы һәм мәхәллә исеменән Ҡорбан салып, аят бағышланыҡ.

Аяттар бағышланыҡ, доғалар ҡылдыҡАяттар бағышланыҡ, доғалар ҡылдыҡ
Аяттар бағышланыҡ, доғалар ҡылдыҡ

Аяттар бағышланыҡ, доғалар ҡылдыҡ

Изге йома көнө, Үтәгән ауылы халҡы менән күмәкләшеп, ошо көндәрҙә өлөшләтә мобилизация буйынса ил һаҡларға алынған яҡташтарыбыҙ һәм махсус операцияла ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәр ҙә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар тип ниәтләп, ауыл халҡы һәм мәхәллә исеменән Ҡорбан салып, аят бағышланыҡ.

Мәхәлләбеҙ имам-хатибы Сәғит Сөләймәнов ниәт иткән Ҡорбанды салғандан һуң ауылыбыҙ мәсетендә күмәк көс менән оло табын ҡорҙоҡ. Был эштә бигерәк тә Әлфиә Батырованың ярҙамы ҙур булды. Шулай уҡ Миңзәлә Сөләймәнова, Гөлфирә Саҙиҡова, Зөлфиә Байназарова, Нәзифә Бикҡолова, Менәүәрә Батыровалар аш-һыу әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашты. Ауылыбыҙ халҡының барыһы ла үҙҙәренең күстәнәстәрен алып килгәйне.

Йәмле табын артында мәхәлләбеҙҙең хәҙрәт Тәлғәт Байназаров ил һаҡлаусыларҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарына бағышлап аяттар уҡыны. Был сараға килгән һәр кеше мәсеткә хәйер һалып, егеттәребеҙҙең иҫән булыуҙарын, еңеү менән ҡайтыуҙарын һәм махсус операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләп хәйерҙәр тараттылар, доға ҡылдылар.

Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы хакимиәте бпшлығы Фидан Сәлих улы Миңлеғәлиев тә үҙенең командаһы менән килеп, изге сарабыҙға тағы ла йәм өҫтәне. Улар ҙа беҙҙе күстәнәстәре менән ҡыуандырып, мәсеткә хәйер һалып, үҙҙәренең матур теләктәрен еткерҙе.

Шулай уҡ был көндө оло йәштәге ауылдаштарыбыҙҙы Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлап, уларға иҫәнлек, бәхетле оҙон ғүмер теләнек. Киләһе көндәрҙә күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс булһын тигән теләктәр менән таралыштыҡ мәсеттән.

Дилара ҠОҘАЙҒОЛОВА.

Үтәгән ауылы.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас