Даирә
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
25 Август 2022, 09:16

Көнөнә нисә тапҡыр тәүбә итергә кәрәк?

Уның иң ябай, әммә иң сауаплы ысулы бар.

Көнөнә нисә тапҡыр тәүбә итергә кәрәк?
Көнөнә нисә тапҡыр тәүбә итергә кәрәк?

Көнөнә нисә тапҡыр тәүбә итергә кәрәк?

ТӘҮБӘ ҠЫЛЫУ
Тәүбә ҡылыу – ул гөнаһтарыбыҙ, хата-кәмселектәребеҙ өсөн Аллаһтан ғәфү итеүен һорау.

Уның иң ябай, әммә иң сауаплы ЫСУЛЫ әлеге һүҙҙәр:
استغفر الله العظيم و اتوب اليه
Әстәгъфируллаһүл-газ̣ыйм вә әтүбү иләйһи.
Бөйөк Аллаһтан гөнаһтарымды ғәфү итеүен һорайым.

Мөхәммәд салләллаһу галәйһи вә сәлләм әлеге һүҙҙәрҙе көнөнә 100 МӘРТӘБӘ әйткән. Күҙ алдыбыҙға килтерәйек, ЕР ЙӨҘӨНӘ РӘХМӘТ БУЛАРАҠ ебәрелгән, хата-кәмселектәрҙән йыраҡ булған кеше был һүҙҙәрҙе КӨНӨНӘ 100 ТАПҠЫР әйткән. Ә беҙ нисә тапҡыр әйтергә тейеш икән?!

Тәүбә ҡылыуҙың ИКЕ ШАРТы бар. Улар:
1. Тәүбә ҡылған кеше гөнаһтары өсөн ИХЛАСтан үкенергә тейеш.
2. Ул Аллаһтан ҡурҡып, гөнаһ ҡылыуҙан туҡтарға һәм уларға башҡа ҠАЙТМАҪҠА, йәғни уларҙы ҡылмаҫҡа тейеш. Тәүбә ҡылыуҙың махсус НАМАҘы ла бар.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: