Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
8 Апрель 2022, 12:09

"Ни эшләп ураҙа тотмайһың?"

Изге айҙа ҡылған ғәмәлдәребеҙ дөрөҫ булһын.  

"Ни эшләп ураҙа тотмайһың?"
"Ни эшләп ураҙа тотмайһың?"

Рамаҙан айында паркта ике ураҙалы йәш егет ҡыуаҡтар янындағы эскәмйәлә йәшереп кенә ашап ултырыусы ҡартты күреп, мыҫҡыллы көлөп, эре ҡиәфәт менән һүҙ ҡушалар:

-Бабай, һеҙ оло кеше, ниңә ураҙала түгел?
- Мин ураҙаламын!

- Хм... Нисек тотаһығыҙ инде?
- Кешеләрҙән көлмәйем, уңыш-байлыҡтарынан көнләшмәйем, ғәйбәт һөйләмәйем, үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймайым, оятһыҙ һүҙҙәр әйтмәйем, кешеләргә яҡты уй-теләктәмен, Аллаһҡа зекер әйтеүҙән туҡтамайым! Тик, үкенескә ҡаршы, ашҡаҙаным ауырыу булыу сәбәпле, оҙаҡ ашамай тора алмайым.

"Ә һеҙ үҙегеҙ ураҙаламы һуң?" - тип һорап ҡуя ҡарт.
"Юҡ, беҙ бары ашамай ғына торабыҙ икән", - тип оялып яуап бирә йәштәр.

Ураҙаларыбыҙ ҡабул булырлыҡ итеп үткәрәйек! Ә ниндәйҙер сәбәптәр менән тота алмайбыҙ икән, ошо ҡарттан өлгө алып, изге, файҙалы ғәмәлдәр генә ҡылырға тырышайыҡ!

Фото һәм сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ"  төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: