Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
3 Февраль 2022, 09:58

Доғалар менән дауаланығыҙ

Ауырып киткәндә ниндәй доға уҡырға мөмкин?Доға ҡабул булһын өсөн бәндәнең ашаған һәм эскәне хәләл, өҫтөнә кейгән кейеме таҙа, күңеле пак булырға тейеш. Рәсүлебеҙ: «Харам ашаған-эскән кешенең доғаһы 40 көн ҡабул булмаҫ», – тигән.

Доғалар менән дауаланығыҙ
Доғалар менән дауаланығыҙ

Ауырып киткәндә уҡыла торған доға
Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә.
Мәғәнәһе: Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәр әрнеүҙән ҡасып, Аллаһтың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам. (Ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, дин ғалимдары был доғаны ете тапҡыр уҡырға ҡушҡандар.)
Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә уҡыла торған доға
Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд.
Мәғәнәһе: Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ.
Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға
Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә.
Мәғәнәһе: Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр.
Балаларҙы һаҡлаусы доғалар
Ислам динендә башҡаларға, бигерәк тә үҙ балаларыңа иҫәнлек-һаулыҡ теләп доға ҡылыу бар. Әйтәйек, Ибн Ғәббәс исемле сәхәбә һөйләүе буйынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһиссәләм үҙенең бүләләре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаһ Тәғәләгә былай мөрәжәғәт иткән: "Әгузү бикәлимәәтиль тәммәти мин күлли шәйтаанин хәммә үә мин күлли гәйнин ләммә”. Мәғәнәһе: Аллаһтың камил һүҙҙәре менән, шайтандан, барса зарар килтереүсе һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Аллаһ, Үҙеңә һыйынам". (Был доғаны ҡылыр алдынан "Фатиха" менән "Ихлас" сүрәләрен уҡыу кәңәш ителә).
Теләгең ҡабул булһын өсөн доға
"Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә". Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт пәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».

Фото: Интернеттан алынды.

Автор:
Читайте нас: