Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
11 Декабрь 2021, 11:33

Һуң түгел (хикәйә)

Гөлсөм көҙгө ҡара болоттарҙы тәҙрә аша ғына күҙәтеп ята бирҙе. Улар, ҡояш нурҙарына ергә төшөргә ирек бирмәйенсә, донъяны ҡараңғылап, өҫтөнә ауып килгән кеүек, тынын ҡыҫа.

Һуң түгел  (хикәйә)
Һуң түгел (хикәйә)

Эй, шул хәтле яратмай ул көҙҙө! Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, йәшәйешенән йәм тапмай ҡаңғыра. Берәйһе килеп тә күрмәй бит әле, исмаһам. Ике балаһының береһе килеп етә алмай. Буйҙаҡ улының айнымай эсеүенә иртәгә бер ай була. Дауахананан сығыуына уны өйҙә ни көтәлер, тағы нимәләрҙе шайтан һыуына алыштырғандыр инде... Ни ҡыҙының ғаиләһендә тыныслыҡ юҡ – кейәүе менән ыҙғышмайынса бер көндәре үтмәй. Бер бөртөк ейәнен дә үлеп һағынды. Бәлки бөгөн берәйһе килер...

Үтте инде Гөлсөмдөң ғүмере бер рәхәт күрмәй. Бәләкәйҙән атайҙан ҡалып, баш бала булараҡ, ир-ат эшен башҡарҙы, әсәһенә береһенән-береһе бәләкәй туғандарын ҡарашты. Мәктәптә яҡшы уҡыны, юғары белем дә еңел бирелде, уҡытыусы һөнәрен үҙ итте. Төҫкә-башҡа бик сибәр ине, шуға ла егеттәр иғтибарынан бер ҙә мәхрүм булманы. Тәккәбберлеге лә бермә-бер арта барҙы. Дуҫлашып йөрөгән егетенә юҡ өсөн үпкәләп, яратмаған кеше менән никах уҡыттылар ҙа ҡуйҙылар. Ғүмере буйына күпме битәр, нахаҡ, йәберләүҙәр ишетергә тура килде иренән. Юҡтан ғына көнләшеп, тауыш сығарырға яратты, ҡул күтәрергә лә күп һораманы. Уҡытыусы эше – дәрес биреү генә түгел шул, план яҙыу, дәфтәр тикшереү, түңәрәктәр алып барыуҙан башҡа партия ҡушыуы буйынса йәмәғәт эштәрен дә йөкмәтәләр. Инде эштәрен бөтөрөп, ҡайтып тын алайым, тиһә, өйҙә “ҡырын тейәгән” ире ажғырып көтөп тора. Әлдә әсәһе донъя көткәндә терәк булды: ҡулынан килгәнсә ҡура тулы малын, ҡош-ҡортон ҡарашты, йорт мәшәҡәттәре менән булашты. Улдары тыуҙы. Бер көндө әсәһе, намаҙын уҡып бөтөп, балаға исем ҡуштырырға кәрәк, тигәс, Гөлсөм ҡыҙып китте, тотаһың да Ҡөрьән уҡытырға кәрәк, тиһең, иҫкелек ҡалдығы ниңә кәрәк ул, һинең Аллаңа ышанайым, мин партияға ғына ышанам, тип ҡырт киҫте. Әсәһенең, балаҡайым, тәүбәңә кил, үкенерһең, тигән һүҙҙәре нығыраҡ ҡына ҡыҙҙырҙы...

Уйҙарын бүлдереп, палатала икенсе аҙна бергә ятыусы ауылдашы Хәтимә килеп инде. Башындағы яулығын төҙәткәс, ҡулын йыуҙы, сәйнүкте ҡайнатырға ҡуйып, тумбочкаһынан күстәнәстәр сығарҙы.

- Гөлсөм апай, әйҙә сәй эсеп алайыҡ, киске ашҡа тиклем байтаҡ ваҡыт бар бит әле, тамағың да кипкәндер, - тип ҡыҫтаны. Ҡуҙғалырға иренеп ятҡан Гөлсөм ауыр кәүҙәһе менән саҡ-саҡ тороп, өҫтәл янына килеп ултырҙы. Тәмләп кенә сәй эсә башлағайнылар, өләсәйем, сәләм, тип Хәтимәнең аҡ халатҡа төрөнгән ейәнсәре йүгереп инеп, өләсәһен ҡосаҡлап алды.

- Иии, үҙемдең бәпкәм бит, - тип Хәтимә уның арҡаһынан һөйҙө. – Үҙең генә килдеңме ни?

- Эйе, әлбиттә, мин хәҙер мәктәп уҡыусыһы ла инде! – тине лә сылтыр шишмә ағышын хәтерләткән тауышы менән көлөп ебәрҙе. – Шаярттым, ана бит улар: ҡыҙың менән кейәүең минән ҡаламы һуң!

Тиҙҙән яуырындарына аҡ халат һалып, Хәтимәнең ҡыҙы менән кейәүе пәйҙә булды. Иҫәнләшеп, хәл-әхүәлдәрен һораша башланылар.

- Шунан, әсәй, хәлдәрең нисек кенә?

- Намаҙ уҡырлыҡ булғас, Аллаға шөкөр инде ул, балам. Кеше сирләмәй тормай, үткенсе сир ҡурҡыныс түгел, дауалап булмаҫтайын күрергә яҙмаһын.

- Кисә килә алманым инде, мәктәптә ата-әсәләр йыйылышы булды, был тел биҫтәһе сиректе тик “биш”кә генә тамамланы, - тине ҡыҙы. – Бына, ҡоймаҡ йылы саҡта сәй эсеп алығыҙ, - тип күстәнәсен өҫтәлгә теҙҙе.

- Эй, балам, ниңә шул тиклем тейәнеп киләһегеҙҙер, ашап бөтөрөп була тиме ни бөтәһен дә. Дауаханала ла яҡшы ашаталар бит. Кисә ағайың менән еңгәң килеп китте, бәлешен, бауырһағын, емеш-еләктәрен иҫ китмәле итеп тултырғандар. Яртыһын кире биреп ҡайтарырға иткәйнем, алманылар. Күрше палатала ятыусыларға өләшеп сыҡтым аптырағас, - тине Хәтимә. – Ярай, рәхмәт, балам, Алла үҙегеҙҙе шулай ҙурлаһын.

- Ҡасан сығарабыҙ тинеләр һуң? – тип һораны кейәүе. – Юбилейыңды дауаханала ҡаршылау дөрөҫ булмаҫ бит? Бабай унда әҙерләнә башлаған да инде: өҫтәл-ултырғыстар барлап йөрөй ине.

- Бөгөн-иртәгә сығарырҙар, тип торам, хәҙер рәтләндем инде, етер. Анализдарҙы табип ҡараһын да, нимә тиер.

Шул ваҡытта палатаға шәфҡәт туташы булып эшләүсе ауылдашы Земфира килеп инде.

- Хәтимә апай янынан кеше өҙөлмәҫ инде, – тип йылмайҙы. – Һүҙегеҙҙе бүлдерҙем, ғәфү итегеҙ, оҙаҡҡа инмәнем, иртәгә ҡалаға барып ҡайтырға иҫәбем, юлым уңһын өсөн саҙаҡа ғына биреп сығырға ине, - тип Хәтимәгә ҡулъяулыҡ һуҙҙы.

- Рәхмәт, һеңлем, юлдарыңда иҫән-һау ғына йөрө инде, намаҙҙан һуң атай-әсәйең иҫәнлегенә, һинән өмөт итеүсе олатай-өләсәйҙәрең рухына ла уҡырмын. Барығыҙға ла әйтәм: ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, доғаларығыҙҙы, салауаттарығыҙҙы уҡып ҡына йөрөгөҙ, - тип, ике усын бергә тотоп, доға ҡылып алды.

- Өләсәй, ә минең бер һөйөнсөм бар!

- Ниндәй һөйөнсө ул, бәпкәм?

- Тик уны бер кемгә лә әйтергә ҡушманылар бит әле, айырыуса һиңә! – тип әйтеп һалды ҡыҙсыҡ, шунан тиҙ генә ауыҙын бер аҙ ҡаплай бирҙе лә, йылмайып, шым ғына дауам итте. – Уй, тағы артығын һөйләп ташланым, ахырыһы, ғәфү итегеҙ.

- Ҡара әле һин уны, тешем төштө тигәс тә, ауыҙыңда бер һүҙ тормай, - тип көлдө әсәһе.

- Әсәй, үҙең әйт тә ҡуй инде, минең башҡаса был серҙе йөрөтөр хәлем ҡалманы! - тип тәтелдәп һикерҙе бәләкәс.

- Ярай, улайһа. Бына һин блокнотҡа яҙып биргән ҡыҫҡа сүрәләрҙе ятлап бөттө лә, шатлығынан ни эшләргә белмәй, - тине һәм дәфтәрҙе Хәтимәгә һуҙҙы.

- Иии, аппағым, рәхмәт, бик шатландырҙың, бәхетле, тәүфиҡлы, иманлы бала булып үҫ инде. – Хәтимә ейәнсәренең арҡаһынан тағы ҡаҡты. - Хәтерең һәйбәт саҡта ятлап ҡалыуың мең артыҡ. Дауахананан сыҡҡас, тағы ла өйрәнербеҙ әле, шулаймы, үҫкәнем?

- Әлбиттә!

- Йә, ярай, өйөгөҙҙә эшегеҙ ҙә бар, ҡуҙғалығыҙ, килеү генә түгел, ҡайтып етергә лә кәрәк бит әле. Рәхмәт, хәлемде белдегеҙ. Әйҙәгеҙ үҙегеҙҙе бер аҙ оҙатайым, - тип урынынан торҙо.

Барыһы ла сығып киткәс, палатала тынлыҡ урынлашты. Гөлсөм бер аҙ уйланып ултырғас, Хәтимәнең ейәнсәре онотоп ҡалдырған блокнотҡа үрелде...

Илнара Хәкимова.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: