Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ күңелле ағинәй

Уҡытыусылар һәр кешенең тормошонда ҙур роль уйнай. Улар балаларға белем биреп кенә ҡалмай, ә кескәй йөрәктәренә изгелек орлоҡтарын һала, үҙҙәренең булмыштары менән өлгө булып тора. Тәүге уҡытыусым Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙы Ҡасҡынбаева ла нәҡ шундайҙарҙан. Мин уны һәр ваҡыт яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә алам һәм барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Балалар күңеленә юл таба белгән һәләтле педагог булды ул. Әле лә иман нуры таратып, иплелек, әхлаҡлылыҡ үрнәге булып йәшәй уҡытыусым.Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙы 1941 йылда Сәйетгәрәй һәм Һылыубикә Камаловтар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. “Ата-әсәйем бик аҡыллы, сабыр холоҡло, уңған кешеләр ине. Бер ваҡытта ла уларҙың әрләшкәнен, йә беҙгә ҡысҡырғандарын ишетмәнем. Атайым 3 йыл Ғафури районындағы Үтәш мәҙрәсәһендә Мәжит Ғафури менән бергә уҡыған. Ғәрәпсә лә, яңыса грамотаны ла белде. 1935-1945 йылдарҙа “Марат” колхозы рәйесе булып эшләне. БАССР-ҙың Юғары советынан бирелгән Маҡтау грамотаһын ҡәҙерләп һаҡлайым. Ул Мәскәүҙә халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә дә ҡатнашты. Һуғыш бөткән көндө әле лә хәтерләйем. Барыһы ла эштә, мин урамда йәм-йәшел үлән өҫтөндә уйнап ултыра инем, атайым һыбай, һуғыш бөттө, тип ҡысҡырып үтте”, - тип иҫкә ала уҡытыусым.Эйе, һуғыш йылдары балалары ауырлыҡтарҙы күп күрә, шуның өсөндөр ҙә, бәлки, ныҡышмал, көслө рухлы булып үҫә улар. Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙы ла белемгә ынтылған тырыш ҡыҙ булып буй еткерә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 3 йыл тыуған мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй ҙә артабан Салауат педагогия училищеһына инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ педагогия институты студенты була. 1967 йылда тормошҡа сығып, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә уҡыта башлай. 1986 йылда ғаилә сәбәптәре буйынса тыуған ауылына күсеп ҡайта һәм башланғыс кластарға белем бирә башлай.Уҡытыусым мәктәптә, училищела, институтта уҡығанда ла һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. Староста, комсорг, профорг булараҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Комсомолға инеүен дә әлегеләй хәтергә ала ул.8-се класта уҡығанда өс ҡыҙ, ике егет комсомолға инеү өсөн Ҡырмыҫҡалыға йәйәүләп иртүк сығып киттек. Сәғәт 1-гә тиклем барып еттек, бюро ултырышнда ултырғандар ҡайтырға сығырға торалар. Беҙ йыраҡтан килдек бит, алығыҙ инде, тибеҙ. Шулай итеп, ныҡышып, комсомолға индек. Ауылға ҡайтырға һуң ине. Беҙҙең ауыл халҡы гел бер әбейгә фатирға инә торғайны. Өйө ҙур булмаһа ла, күңеле киң булған әбейҙе “колхоз әбейе” тип йөрөйтә торғайнылар. Бишәүләп иҙәндә йоҡлап, иртән йәйәүләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Әлеге ваҡытта пионер, комсомол ойошмаларының бөтөүе бик аяныс. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур ине”, - ти ул.Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙы талапсан да, изге күңеле лә булды. Балалар йөрәге һиҙгер була, уның беҙҙе аҡыллы, намыҫлы итеп тәрбиәләү өсөн бар булмышын һалып эшләүе, кескәй генә малай-ҡыҙҙарҙы ысын күңеленән яратыуы беҙҙең, уҡыусыларының, күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған.Яратҡан уҡытыусым “Хеҙмәт уҙаманы” миҙалы, БР-ҙың Мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, “РСФСР мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ була. “Мине яҡты донъяға тыуҙырған матур тәрбиә биргән ата-әсәйемә, ошо йәшкә еткереп, дин юлына, иманға баҫтырған Аллаһыма, бөтә уңайлыҡтары булған ожмахтай йортта йәшәткәне өсөн балаларыма, бигерәк тә улым Фәиземә, киленем Гөлназға, ейән-ейәнсәрҙәремә рәхмәтемен”, - ти аҡ күңеле ағинәй.Гәзит биттәре аша хөрмәтле уҡытыусымды уҙып киткән оло юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәремде юллайым. Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙы, алдағы көндәрҙә күңел тыныслығында, яҡындарығыҙың күңел йылыһын, хәстәрен тойоп, бәхетле ғүмер кисеререгә яҙһын. Һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең яҡтыһын, изгеһен, ғүмерҙең оҙонон еләйем. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр күңелегеҙҙе һәр саҡ яҡтыртып, балҡытып торһон!Саф йөрәтән сыҡҡан теләктәрҙеҠабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.Бәхет, шалыҡ ҡына юлдаш булһын,Ҡояш көлһөн тормош күгегеҙҙә.Иң изге теләктәр менән Гөлнар Иҫәнгилдина.Иҫке Бәпес ауылы.

Читайте нас: