Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
12 Апрель 2021, 14:36

Бөгөн изге ай башлана!

Бөгөн кис, ҡояш байығас, иң изге айыбыҙ Рамаҙан башлана. Динебеҙҙең төп рөкөндәренең береһе булған фарыз ураҙаны үтәү өсөн билдәләнгән ваҡыт һәм Аллаһтың бөйөк ниғмәттәренең береһе ул. Был осорҙо ураҙа тотоп, тәрәүих һәм башҡа нәфел намаҙҙар ҡылып, яҡшы ғәмәлдәр ҡылып, саҙаҡалар биреп, Ҡөрьән уҡып үткәреү хәйерле.

Ураҙа тоторға ниәт ҡылған кеше иртәгә иртәнге намаҙ ваҡыты башланырҙан алдараҡ йоҡонан тороп, ашап алырға, йәғни сәхәр эсергә тейеш. Ауыҙ асыу, йәғни ифтар, ҡояш байыу мәленә тура килә.

Ураҙаның файҙалы яҡтары бихисап. Беренсенән, кеше ризыҡты ҡәҙерләргә өйрәнә, исрафтан һаҡлана. Көндәрен ашамай-эсмәй үткәргәндәр шулай уҡ һаулығының, ваҡытының, башҡа кешеләрҙең ҡиммәтен яҡшыраҡ аңлай башлай, Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерҙең асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә. Изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәүсе әҙәм балаһы мул сауаптар ала.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәләм): “Кемдер, ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның асығып йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан). Тимәк, ауыҙыбыҙҙы үлсәп асырға ла өйрәнергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, Ислам һәр нәмәне уйлап һөйләүҙе талап итә.

Ҡайһы берәүҙәребеҙ, төрлө ауырлыҡтарға һылтанып, ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа тура килмәһен – бесән йәки ураҡ мәленәме, селләгәме – фарыз ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Берәй мәл, мәҫәлән, асығырға тура килер, ураҙа тотоп өйрәнгәндәр был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.

“Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин?” – тип һорайҙар. Ҡыҙ бала – 9, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ тип һанала. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә хуплана. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай.

Әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәһә, бының урынына ул Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала. Кемдер, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың һүҙенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә икән, уның ураҙаһының сауабы булмауы бар.

Ауырыған осраҡта ураҙаны туҡтатып тороп, ҡазаға ҡалдырырға рөхсәт ителә. Раббыбыҙ беҙгә ауырлыҡ теләмәй. Тик шуны ла онотмайыҡ: ураҙа күп кенә сирҙәрҙән шифа булып тора.

Рамаҙан айы – мосолманға хаҡ юлда нығыныу һәм ялғанын ҡалдырыу, тормошона үҙенсә баһа биреү һәм белмәгәндәрен өйрәнеү өсөн иң ҡулай осор. Һәр яңы Рамаҙан айы ғибәҙәт ҡылыусыларға үҙгәрергә, үҙеңде ситтән нисек итеп күрергә теләйһең, шундай булып китергә мөмкинлек бирә. Был изге айҙы яҡын туғаның менән сағыштырырға мөмкин: яныңда саҡта һин уны күрмәйһең, ә китһә, ул үҙенең артынан һағыш ҡалдыра.

Һәр ҡайһыбыҙҙың Рамаҙаны изге эштәр менән тулы булһын, ураҙаларыбыҙ Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителһен һәм йөрәктәребеҙ тәҡүәлек нурынан балҡыһын! Әмин.

Фото: islam.ru

Автор: Даян Мазитов.
Гөлсәсәк Аласова фотоһы.
Читайте нас: