Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
2 Апрель 2021, 10:32

Изге йома иртәһе менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Донъялар имен торһон, күңелдә иман артһын, һау-сәләмәт булайыҡ барыбыҙ ҙа. Ҡәҙерле төркөмдәштәр, уҙған йәй беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән Миәкә районында урынлашҡан Нарыҫтауға барып ҡайттыҡ. Тауға менеп изге әүлиәләр ҡәберҙәренә зыярат ҡылып, мәсетенә инеп хәйер һалып, шишмәһенең һыуын эсеп һәм һалҡын һыуҙа ҡойоноп ҡайттыҡ. Ләкин, бәғзе бер мосолмандар һәм дин әһелдәре былай итеп изге урындарға йөрөүҙе хупламай, тыйырға тотоналар.

Кемдер киреһенсә, барығыҙ әүлиә ерләнгән тауҙа доғалар ҡылығыҙ, Аллаһы Тәғәлә биргән һыуҙа ҡойоноп, бер аҙ бисмиллалап үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, тиҙәр.
Шул урында Ишморат хәҙрәт Хәйбуллиндың: Милләттәштәр, ағай-эне! Хаталанмағыҙ! Нарыҫтауҙа ҡылынған эш Ислам диненән түгел! Был тау өҫтөндә ҡоролған бина алынырға тейеш! Иманыбыҙҙы «сәхәбәләр рухы» түгел, ә Аллаһы Тәғәлә китабы Ҡөрьән һәм Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) Сөннәте генә арттырасаҡ. Изге эш – ул бик икеле ҡәберлектә ярамаған «ғибәҙәт»тәр ҡылыу түгел, ә Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан эштәрҙе үтәү – көнөнә биш намаҙ ҡылыу, зәкәт биреү, Рамаҙан айында ураҙа тотоу, Мәккәгә (Мәккәгә, Нарыҫтауға түгел!) хаж ҡылыу. Бынан тыш та Ислам дине ҡушҡан күп эштәр бар, күбебеҙ уларҙы белмәй – тимәк, дини белемдәребеҙҙе арттырыу кәрәк. Был һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерҙем, Ҡиәмәт көнө бер-беребеҙ алдында хаҡыбыҙ ҡалмаһын, тигән һүҙҙәрен дә килтерәм.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Үҙегеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине.
Читайте нас: