Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Бәрәат кисе көтөлә. Ул ҡояш байығас инә.

Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә.

Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә. “Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы кешелек донъяһына рәхмәтлелек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңылышлыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сиккәндәрҙең тәненә – шифа, йәненә тынғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.

(Д. Тәлғәтова).
фото т.роза
Читайте нас: