Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нимә ул "ҡот ҡойоу"? Ул ниндәй осраҡтарҙа башҡарыла?

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу кеүек инандырыуға ҡоролған дауалауҙы үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре - шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр уларҙы.

Улар үҙҙәренең туплаған тәжрибәһен, белемен быуындан-быуынға тапшырған.
Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова ла затлы тоҡомдан. Уның олатаһы Әнүәр хәҙрәт – данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең остазы Ғабдулла ишан Сәидиҙең улы. Дилараның әсәһе Зәйтүнә апай тирә–яҡта билдәле халыҡ табибы, бигерәк тә кендек әбейе булараҡ киң танылыу алған кеше була. Ул үҙенең әсәһенән ҡот ҡойоу, тәнде һылау, эсте, мейене ултыртыу, өшкөрөү кеүек имләүҙәрҙе үҙләштергән. Әйткәндәй, Зәйтүнә апайҙың был шөғөлө уның биш ҡыҙына ла күскән: өлкән ҡыҙы Мәзүнә Өфөлә Тибет медицинаһы буйынса кешеләрҙе ҡабул итә, Хәмдиәне күптәр оҫта массаж яһаусы булараҡ белә, Гөлназ һеңлеләре лә ярҙам һорап килеүселәрҙе дауалай. Тик төпсөк һеңлеләре Гөлсирә генә әле бындай эшкә баҙнатсылыҡ итмәй. Ваҡыты еткәс, уның ҡулының шифаһын да күптәр татыясаҡ, тип йылмая Дилара апай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Дилара Мөхөтдин ҡыҙы әле ҡот ҡойғанда ҡулланған боронғо сүмес уның Ғабдулла Сәйди олатаһынан ҡалған.
- Кешегә ҡот ҡойһаң, уның йөҙө нурланып, хәле еңеләйеп китә, - Дилара апай. – Ҡотто төрлө ерҙә төрлөсә ҡоялар. Теләге булған һәр кем бындай имләүҙе башҡара ала, тик ул биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа, саф, иманлы булырға тейеш, юғиһә, ауырыуҙың бөтә гонаһтары үҙенә күсә.
Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, Дилара ханым менән ҡот ҡойоу тураһында һөйләшеп тә өлгөрмәнек, уның телефоны шылтыраны. Кемделер ҡот ҡойоуға алып килергә теләүҙәрен белдерҙеләр.
“Хәҙер үҙең барыһын да күрерһең,”- тип килеүселәрҙе ҡаршыларға йыйынды Дилара апай. Йәш ҡатынды алып килгәндәр, төндә яҡшылап йоҡлай алмай, нимәнәндер ҡурҡҡан, йөрәге урынынан күскәндер тигән һүҙҙәр ҡолағыма сағылды. Үҙенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең төрлөһөн күреп өйрәнгән Дилара Мөхөтдин ҡыҙы ауырыуға бер күҙ һалыу менән, ваҡытында алып килгәнһегеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип үҙ шөғөлөнә тотондо.
Ҡот ҡойоу
Ауырыуҙы, башына аҡ яулыҡ ябындырып, ҡиблаға ҡаратып ултыртаһың. Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим, тип, сирленең башынан тотоп, “Фәтиха” сүрәһен, “Кәүсәр”, “Ҡонот”, “Салауат” доғаларын уҡыйһың. Бәләкәй сүмескә (Дилара апай Ғабдулла Сәйди олатаһы сүмесен тотона) ҡурғаш киҫәген һалаһың, өҫтөнә аҙ ғына май тамыҙып, утҡа иретергә ҡуяһың. Артабан төрлө һамаҡлауҙар әйтеп, ирегән ҡурғашты ҡурҡҡан кешенең баш өҫтөнә килтереп, һалҡын һыулы сеүәтәгә ҡояһың. Ҡурғаш һыуға шыжлап төшә, һауыттың төбөнә кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һыны ята. Ҡотто йөрәк рәүеше төшкәнсе, өс тапҡыр һалалар. Сир аҙған осраҡта күберәк тә булыуы ихтимал. Ҡурғаш йөрәк һыны булып төшкәс, уны алып, ҡот ҡойҙороусының ауыҙына ҡаптыралар, сеүәтәләге һыуҙы ике-өс ҡалаҡ эсерәләр ҙә, артабан уның күҙ-башын йыуалар, йөрәк тапҡырына һөртәләр. Төшкән ҡот – ҡурғашты ауырыуҙың үҙенә бирәләр. Ул уны бетеү кеүек һаҡлап йөрөтөргә тейеш.
Карима Усманова
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: