Яңы сыҡҡан сирҙең мәкерле тырнаҡтарына эләкмәҫ өсөн йәшәү рәүешебеҙ ҙә үҙгәрҙе. Һаҡланыу сараларын күрәбеҙ, артыҡ өйҙән сыҡмаҫҡа тырышабыҙ.
Сирҙән ҡурҡып, төшөнкөлөккә бирелеүселәр ҙә юҡ түгел. “Бирешмәгеҙ!” – тип әйткем килә ундайҙарға. Иң мөһиме, рухи яҡтан ныҡ булайыҡ, шул ваҡытта барыһы ла яҡшы булыр. Өмөтһөҙлөк, төшөнкөлөккә бирелеү беҙҙе эстән ашай, организмыбыҙҙы көсһөҙ итә. Шуға күрә алға ҡарата яҡты хыялдар, маҡсаттар менән йәшәйек, туғандарым.
Мин әүҙем тормошто яратҡан кеше булараҡ, тәүҙәрәк пандемия шарттарын күңелем менән ҡабул итә алмаһам да, һуңыраҡ барыһы ла яйланды. Һәр нимәнең ыңғай яғын таба белергә кәрәк, шуға күрә мин дә үҙемә яңы шөғөлдәр таптым. Уҙған йыл бик уңдырышлы булды – баҡса үҫтерҙем, һарыҡтар алып ҡараным. Аллаға шөкөр, эштең һөҙөмтәһе лә булды – мул уңыш йыйып алдыҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр. Эш менән булыу күңелде күтәрә, физик яҡтан да ыңғай йоғонто яһай. Шуға күрә минең теләгем шул – һәр ваҡыт хәрәкәттә булығыҙ, күңелегеҙҙәге дәрт-дарман һүнмәһен, һәр ваҡыт тик яҡшыға ғына ынтылығыҙ. Яңы 2021 йыл менән һеҙҙе!
Әфҡәт НИҒМӘТУЛЛИН.
Шайморатов ауылы.