Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
6 Ғинуар 2021, 15:34

Изге көндә – изге сара

Боҙаяҙ ауылында изге сара – төҙөкләндереүҙән һуң күркәм төҫ алған мәсетте асыу тантанаһы үтте.

Был изге эштәрҙең башлан­ғы­сында ошо ауылда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта “Меркурий-Ин­вест” йәмғиәте етәксеһе, район­дың Почетлы гражданины Айрат Мөҙәрис улы Сөләйманов тора. Ул бүлгән аҡсаға бында байтаҡ эштәр башҡарылған: мәсеттең мана­ра­һын һүтеп, уны яңынан яһап ҡуйғандар, бинаның фасадын матурлағандар, ут үткәргәндәр – хәҙер, айырыуса кисен, мәсеттең уттары Алмалыҡ, Яҡты Ялан кеүек күрше ауылдарға ла күренеп тора.
Әлеге сараға ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашыу өсөн мәр­тә­бәле ҡунаҡтар: дин әһел­дәре, етәкселәр, ошо ауылда тыуып-үҫкән билдәле шәхестәр килде. Тантана Аллаһының һүҙҙәре менән башланып китте. Ҡөрьән аяттарын мәсеттең мәҙине Нәзир хәҙрәт Мостаев уҡыны һәм доға ҡылды. Имам-хатип Рафаэль хәҙ­рәт Диваев та йыйылыу­сы­лар­ҙы сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.
- Мәсетте бик һоҡланғыс итеп, барлыҡ талаптарына тура килтереп төҙөкләндерҙеләр. Ғөмүмән, мә­се­те­беҙҙең эсендә лә, би­ләмәһендә лә тәртип, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты иман йортонда изге вазифаларҙы тиҫтә йылдар дауамында башҡарған дин әһелдәре.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкиле Айрат хәҙрәт Ялалетдинов Рәсәй мосол­мандары Үҙәк диниә наза­раты рәйесе, Рәсәйҙең юғары мөф­төйө Тәлғәт Тажетдин исе­менән дә мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашыу­сыларға рәхмәт һүҙҙә­рен еткерҙе һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙҙең (ғ.һ.с )хәҙисен килтерҙе: “Кем Аллаһы ризалығы өсөн мәсет төҙөһә, йәки был эштә ҡатнашһа, Аллаһи Тәғәлә был кешегә йәнәттә бер йорт бүләк итер”.
“Кем кешегә рәхмәт әйтә бел­мәһә, Аллаһыға ла рәхмәтле бул­маҫ” тигән хәҙисте лә килтереп, Айрат хәҙрәт изге эшкә үҙ өлөштәрен индергәндәргә, шул иҫәптән Айрат Мөҙәрис улы Сөләймәновҡа, Рәсәй мосол­ман­дары Үҙәк диниә назараты исе­менән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Район башлығы урынбаҫары Илдар Рәүеф улы Латипов та, муниципалитет башлығы Әлфир Фәрхәт улы Сабиров исеменән иғәнәсегә рәхмәт белдерҙе һәм яҡташыбыҙҙың бындай эштәрҙә актив ҡатнашыуын билдәләп үтте.
Эйе, Айрат Мөҙәрис улы байтаҡ йылдар дауамында тыуған яғына ярҙам күрһәтә. Был эш­тәр­ҙе ул тыуған ауылы, районы һәм яҡташтары өсөн башҡара. Үҙенең сығышын ул ауыл тарихына байҡау яһауҙан башлап ебәрҙе.
- XX быуат башына бында 3 мең тирәһе кеше йәшәгән, ауылда 5 мәсет булған. Әле бер генә мәсет булһа ла, имам-хатип Рафаэль хәҙрәт Диваев һәм Нәзир Хәҙрәт Мостаев үҙ бу­рыс­тарын намыҫ менән башҡаралар. Шуныһы ҡыуаныслы, иман йортонан кеше өҙөлмәй, ул ауыл өсөн бик мөһим. Киләсәктә лә мәсетебеҙ күңел­дәребеҙгә иман нуры өләшеп, йөрәктәребеҙҙе йылытып торһон, - тигән теләктәрен еткерҙе.
Алға табан мәсет асылыу шатлығы менән уртаҡлашырға килеүселәр, барлыҡ һаҡланыу талаптарын үтәп, өйлә намаҙына инде. 90-сы йылдар башында һалынған мәсет көндән-көн күркәмләнеп, уңышлы эшләп килә. Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәгән дин әһелдәре, ауылы өсөн йәне көйөп йәшәгән кешеләр булғанда, Боҙаяҙ мәсете киләсәктә лә кешеләрҙе дингә өндәп, ауылға иман нуры һибеп торор, тип ышанаһы килә.
Эльвира ЯМАЛЕТДИНОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: