Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
23 Декабрь 2020, 18:45

БЕТЕҮ НИМӘ УЛ?

Бисмлләһир-рахмәнир-Рахим.Әлхәмдү лилләһил ғазизил ғаффар, әлкәримиссәттар.Аллаһы Собханаһу үә Тәғәлә Ҡөрьән Кәримендә әйткән: “Кеше һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләнән генә ярҙам өмөт итергә тейеш”.Тимәк, әгәр

кешегә ауырыу килһә, йәки күҙ тейһә, йә булмаһа уға боҙом һалһалар, уға экстрасентарға, сихырсыларға, астрологтарға һәм башҡа шундай көфөр эш менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам һорап барыу харам, йәғни бик оло гонаһ була. Улар менән аралашып, уларҙан алған ғилем менән үҙен һәм башҡаларҙы дауалай башлаған кеше, көйөрлөккә төшөүен дә һиҙмәй ҡалыр. Аллаһы Тәғәлә Үҙе һаҡлаһа ине.
Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында боҙом эләккән кеше шәриғәт рөхсәт иткән ысулдар менән бары тик Аллаһы Тәғәләнән генә ярҙам һорарға тейеш. Ҡөрьән аяттарын уҡып өшкөрөү, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) өйрәтеп ҡалдырған доғалар менән эшләү, намаҙ уҡып доға ҡылыу, гел Аллаһы Тәғәләне зекер итеп йөрөү.
Ислам дине донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле булыу өсөн барлыҡ файҙалы ғилемдәрҙе лә үҙ эсенә алған һәм был ғилемдәрҙе һәр бер мосолман һәм мөслимәгә фарыз итеп йөкмәткән. Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) сәхәбәләренә төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу ысулдарын һәм өшкөрөү доғаларын өйрәткән, сихырсыларға барыуҙы тыйған.
Бәлиғ булмаған балаларҙы күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн Мөхәммәт (с.ғ.с.) сәхәбәләренә бетеүҙәр ҡулланырға рөхсәт иткән. Әлбиттә, бетеүҙәрҙең эсендә Ҡөрьән аяттары һәм Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) өйрәткән доғалар булырға тейеш.
Ҡайһы берәүҙәр бетеү тағыу ширек ҡылыу (ялғанлыҡ эшләү) була, тигән фекерҙә. Был осраҡта һүҙ мосолман бетеүҙәре тураһында түгел, ә астрологтар тәҡдим иткән таштар, металдар, талисмандар тураһында бара. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) ошондай амулеттарҙы тағып йөрөгәндәре өсөн был ғәмәлде ширек тип белдергән.
Ләкин шуны белергә кәрәк - фарыз намаҙҙарҙы уҡымайынса, ғөсөл ҡойонмайынса йөрөүҙән, ауырыуҙарҙан бетеү тағып ҡына һаҡланып була, тип уйларға ярамай.
Оло Ярлыҡаусы, Рәхмәт Эйәһе, ике донъя афәттәренән һаҡлаусы Аллаһы Тәғәләгә һәр төрлө маҡтау булһын!
Әмин. Раббил ғаләмин.
Рәфҡәт хәҙрәт ЗАРИПОВ.
Әйткәндәй, әүлиә, ишандар әҙерләгән бетеүҙәр борон бик ҡәҙерле булған. Шулай итеп, бетеүҙең яҙыуы - ул һаҡланыу доғаһы. Ололар һөйәүенсә, доғаны күк, ҡара сепрәк, йә күн менән өскөлләп көпләп тегеп ҡуйғандар. Шунан әҙер бетеүҙе кейемдең ҡултыҡ аҫтына, яғаһына, баш кейеменә теккәндәр йәки еп менән муйындарына тағып йөрөр булғандар.
Элек яңы тыуған балаға кендек инәһе ҡораманан, йәғни өсмөйөш туҡыма киҫәктәренән бетеү-күлдәк тегеп кейҙергән. Шулай уҡ бетеүҙе сәңгелдәктең дүрт мөйөшөнә элеп ҡуйғандар. Балаһы тормаған кешегә бетеү юрған теккәндәр. Бындай юрғанды ла өс мөйөшлө туҡыма киҫәктәренән теккәндәр. Ҡорама тип тә йөрөтәләр уны.
Өсмөйөшкә оҡшаған семәр - бетеүсә лә һаҡлау көсөнә эйә. Ҡыҙҙар бетеүсәләп, нағышлап ҡорған, япма, яҫтыҡ тышы теккән элек.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: