Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
12 Декабрь 2020, 13:26

Намаҙ уҡырға теләүселәргә кәңәштәр

Иң беренсе намаҙ өсөн ғөсөллө булыу һәм тәһәрәт алыу мөһим.

Ғөсөл, тәһәрәт алыу серҙәрен йыуыныу бүлмәһенә яҙып, ҡаршығыҙға элеп ҡуйығыҙ. Йыуынған һайын тәртибен ҡарап ҡабатлап эшләһәгеҙ, иҫегеҙҙә лә ҡаласаҡ, дөрөҫ булдымы, юҡмы тип шикләнеү ҙә булмаясаҡ.
Намаҙ уҡыу өсөн сүрәләрҙе ҡағыҙға яҙып алырға ла, шунан ҡарап уҡырға. Намаҙ ваҡыты еткәс тә, ҡулығыҙға ҡағыҙҙы тотоп,намаҙға баҫығыҙ.
Күрерһегеҙ, был сүрә, аяттар бик тиҙ хәтерегеҙгә һеңеп ҡаласаҡ.
Аллаһ Тәғәләгә табыныу өсөн күп кәрәкмәй, сөнки Аллаһ әҙ, әммә туҡтауһыҙ табыныуҙы ярата, әгәр һеҙ оҙаҡ итеп ятлай алмай, ваҡыт үткәреп ултырһағыҙ, был һеҙҙең өсөн насарыраҡ.
Намаҙҙан һуң уҡыласаҡ аят, зекерҙәрҙе лә ҡағыҙ битенә яҙып алығыҙ ҙа, тотоп уҡығыҙ.
Аллаһ Тәғәлә беҙҙең динебеҙҙе ауыр итеп бирмәгән. Үҙегеҙ ауырлаштырмағыҙ һәм Аллаһ һеҙҙән ҡәнәғәт булыр!
торатау сайтынан алынды
Читайте нас: