Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
10 Декабрь 2020, 19:14
ҺӘР БАЛА ИШЕТЕП ҮҪЕРГӘ ТЕЙЕШЛЕ ҺҮҘҘӘР
1.Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле бул. Игелекле бул.Тырыш бул. Сабыр бул.Түземле бул. Бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, батыр, көслө бул. Елдәй етез бул. Имәндәй таҙа бул. Ҡайындай һылыу бул. Һау – сәләмәт бул!
2. Һин минең ҡыуанысым, Әлхәмдүлиллаһ; Ата-әсәңә лайыҡ булырга язһын.
3.Алла бирһә, хәйерлһе булһын, барыһын да булдырырһың, Ин ша Аллаһ; Аллаһ Раббым ярҙамын бирһен.
4. Ғәфү ит. Яңылышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен;
5.Яңылыштың. Аллаһы Тәгәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм;
6.Ин ша Аллаһ, барыһы ла яҡшы булыр. Раббым ярҙамынан ташламаһын;
7. Күҙ теймәһен, Сөбханаллаһ!
8.Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!
9.Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын! Һау бул. Ҙур үҫ.
10. Аллаһы Тәғәлә ибәлә-ҡазаларҙан, яман бәндәләрҙән Үҙе һаклаһын! Аллаһ һаклаһын, ҡара йылан саҡмаһын.
11.Аллаһтың рәхмәттәре яуһын!
12.Аллаһ хаҡы өсөн эшлә шуны. Кеше алдында хур булырга язмаһын. Йөҙгә кыҙыллыҡ китермә. Ата-әсәңдең йөҙ аҡлығы бул.Тыуған халҡыңа лайыҡ бул.
13. Аллаһы Тәғәлә үткен зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Кулыңлан ҡыуанырга язһын. Хәйерле эштәр насип итһен.
14.Ярҙам иткәнең өсөн Аллаһы Тәғәлә әжерен бирһен. Ике донья рәхәтен күрергә язһын.
15.һине кеше итәргә язһын. Аяҡҡа баҫтырырга язһын.
16. Бәхетең-тәүфиғың булһын. Бәхетең-тәүфиғың артһын. Нәҫел-нәсепле йәр менән пар булырга яҙһын!
Амин!!!
Фото:
https://pixabay.com/ru
Йыйып тупланы Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.
https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/articles/rubrika-7/R-BALA-IShETEP--ERG-TEYEShLE---R-581542/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?