Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
9 Октябрь 2020, 12:01

БӘХЕТ ҮӘ СӘҒӘҘӘТНӘМӘ ДОҒАҺЫ

Бәхет үә сәғәҙәтнәмә доғаһы "Бисмилләәһир-рахмәәниир-рахиим

Әлхәмдулилләһи Раббил ғәләмин үәссәләтү үәссәләмү ғәлә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин".
Әгәр ҙә берәр кемдең бәхет үә дәүләте теүәл булмаһа, был доғаны йома көн, кис менән, шөкөр намаҙынан һуң камил тәһәрәтле булып, Аллаһ Тәғәләнән генә ҡурҡып, ихлас күңелдән уҡыһа, шунда уҡ бәхет үә дәүләте йәнә ҡайтыр.
Берәйһе был бәхетнәмәне үҙе менән һаҡлаһа, башлыҡ үә хөкөм йөрөтөүселәр ҡаршыһында хөрмәтле булыр. Кемдер «Доға'и бәхетнәмә»не үҙе менән йөрөтһә: халыҡ уны ҡәҙер һәм ихтирам итер, һәм берәй кеше «Доға'и бәхетнәмә» үҙе менән һуғыш ҡырына алып инһә, уҡ үә ҡылыс, башҡа һуғыш ҡоралы уға тәьҫир итмәҫ. Аллаһ Тәғәлә үә иманына тоғро ҡалыр. Ләкин был «Доға'и бәхетнәмә» тән үә күңел менән ихластан ышанған ваҡытта ғына ҡабул була. Шулай уҡ берәйһе был «Доға'и бәхетнәмә»не үҙе уҡып башҡаларға өйрәтһә һәм үҙе менән һаҡлаһа, был доғаның беҙ белмәгән бынан башҡа ғәйре хасийәттәре бик күптер.
Сабитов Нәзирhttps://vk.com/id243020804
Һаҡмар сайтынан алынды
фото Т.Роза
Читайте нас в