Өйҙә бына тигән хужа, әсәйемә - таяныс, беҙгә - кәңәшсе... Нотоҡ уҡып йәнгә тейгәнен хәтерләмәйем. Ә бер саҡ мин үҙем өсөн ғәжәп асыш яһаным.
Атайымдың оҫтаханаһында инструменттар араһында ятҡан ҡағыҙҙар араһынан берәүһе ергә төшөп киткәс, кире һалайым тигәндә, уның почергы менән яҙылған хатты күреп ҡалдым. Үҙ-үҙенә хат яҙған түгелме? Ул көндәлектең бер бите булып сыҡты. Уҡымай түҙеп булманы. Әле ул саҡта мин яҡты донъяла ла булмағанмын. Ә атайым мине хәстәрләгән. “Мин – эскесе, тормошомдо "йәшел йылан" менән боҙған, шул сәбәпле колледждан ҡыуылған, күптәргә ҡайғы-хәсрәт килтергән кеше. Әммә әле тыумаған ҡыҙым хаҡына үҙгәрергә, донъяла иң яҡшы атай булырға тейешмен!”
Был юлдарҙы уҡығандан һуң атайыма хөрмәтем тағы ла нығыраҡ артты. Нисек ул быны булдыра алған? Белмәйем. Тик ул һүҙендә тора алған.
Был хаҡта бер ҡасан да үҙенән һорамаясаҡмын, сер итеп һаҡлаясаҡмын.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/335633