

Яугирҙәр өсөн иң кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙа битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.
- Гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә райондың һәр кешеһе ҡатнашалыр, моғайын. Улар еңеү өсөн үҙ өлөштәрен индерә. Бик күп әйбер йыйылды. Тәүҙә бер машинала барырбыҙ, тиһәк, әйбер шул тиклем күп, шуның өсөн өс машинала – “ГАЗель”, тағылмаһы менән “Нива” һәм “НАVAL”да алып барырға булдыҡ. Рулдә МХО ветерандары - Алексей Плотников, Айнур Байғусҡаров, Илмир Әһлиуллин һәм “Нива”ла гуманитар ылауҙы үҙем дә оҙатып барам.
Тәүҙә Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында армияла хеҙмәт итеүселәребеҙгә, аҙаҡ яҡташтарыбыҙҙың иң күбе булған 239-сы һәм 428-се полк егеттәренә алып барасаҡбыҙ. Яугирҙәрҙең заказдары буйынса иң кәрәкле булған әйберҙәрҙең барыһы ла бар. Мунса мейестәре, генераторҙар, бензобысҡы, газ баллондары, окоп шәмдәре, болгаркалар, шуруповерттар, маскировкалау селтәрҙәре, тәмлекәстәр... Алда һыуыҡ ҡыш, шуға күрә йылы кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтың барыһы ла бар. Техника ла булды: МХО-ла ҡатнашыусының улы, кадетта уҡыған егет үҙенең мотоциклын бирҙе. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан район етәкселегенә, халыҡҡа, ирекмәндәргә ҙур рәхмәт, - тине махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе, район хакимиәте башлығы советнигы Игорь Абросимов.
Күңел йылыһын ҡушып әҙерләгән әйберҙәр тәғәйен ерҙәргә барып етеп, егеттәрҙе ҡыуандырһын. Алыҫ һәм изге сәфәргә юлланған махсус хәрби операция ветерандарына хәйерле юл теләйбеҙ!
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.