

Яугирҙең бер туған апаһы Гөлназ Ҡайғолова ҡустыһы Филүс Меликовтың үҙ теләге менән 2022 йылдың сентябрендә хәрби операцияға китеүе, телефондан йыш һөйләшеп тороуҙары, наградалары хаҡында һөйләне. Ул Тыуған илде яратып, уға тоғро хеҙмәт итеүе, һуңғы ҡайтҡанында хат биреп ҡалдырыуы тураһында, ҡыҙғанысҡа, үҙенең үлем хәбәре килһә генә хатты асырға үтенеүен әйтте.
... Үлем хәбәре 2024 йылдың 15 ноябрендә килә. Ысындан да, ҡайғылы хәбәр килгәс, хат асыла. Унда Ҡырмыҫҡалы һәм Һәүәләй мәсеттәренә, шулай уҡ үҙе уҡыған Һәүәләй мәктәбенә уның исеменән ҙур күләмдә аҡса бирергә кәрәклеге яҙылған була.
Шулай итеп, Гөлназ Радик ҡыҙы аҡсаны йыйылыусылар алдында мәсеттең имам-хатибы Мәжит хәҙрәт Йәғәфәровҡа тапшырҙы. Ул яу яланында яҡты киләсәк өсөн батырҙарса һәләк булған ирҙең һәм яуҙа баштарын һалған башҡа егеттәрҙең яҡты иҫтәлегенә, рухына һәм барса әрүахтарға бағышлап, шулай уҡ башҡа яугирҙәрҙең иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләп Ҡөрьәндән аяттар уҡыны.
Яугирҙең әсәһе менән апаһы һәм “Ватандаш” штабы етәкселәре хәйерҙәр таратты. Әйткәндәй, һәр ҡатнашыусы хәйергә бирелгән аҡсаны хәрби зонаға гуманитар ярҙам өсөн йыйып тапшырҙы.
Артабан милли ризыҡтарҙан торған төшкө аш ойошторолдо. Бында Филүстең уҡытыусыһы Хәмит Мазғар улы Ғәзизов уҡыусыһының тырыш, әүҙем булыуы, күп йылдар үтһә лә, уның хеҙмәт дәрестәрендә эшләгән әйберҙәренең һаҡланыуы, уларҙың матур итеп эшләгәне тураһында һөйләне. “Их, ошондай алтын ҡуллы егеттәрҙең иртә яҡты донъяны ҡалдырып китеүе ҡыҙғаныс”, - тине ул.
Мәсеткә килгән һәр кем Ватаныбыҙға тыныслыҡ урынлашып, яуҙағы ир-егеттәрҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, киләсәккә ышаныс менән таралышты.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.