Даирә
+14 °С
Болотло
Илһөйәрлек
4 Июнь , 05:06

Тыуған еренең ҡалҡаны

Ошо көндәрҙә Ҡустығол ауылынан “Рад” ҡушаматлы яугир менән телефон аша һөйләшергә насип булды.

Тыуған еренең ҡалҡаныТыуған еренең ҡалҡаны
Тыуған еренең ҡалҡаны

Махсус хәрби опера­ция­ла хеҙмәт иткән ҡа­һар­­ман яҡташтарыбыҙ Ва­таныбыҙҙың именлеген тәьмин итеп, уны һаҡлау­ға үҙ өлөшөн индерә, батырлыҡтар ҡыла.
Яҡташыбыҙ мәктәп­тә уҡыған саҡта биоло­гия, тарих, башҡорт теле дәрестәрен ярата. Әүҙем, талантлы егет бейеү тү­ңә­рәктәренә йөрөп, баш­ҡорт һәм татар халыҡ бе­йеү­ҙәрен башҡара. Ишле ғаиләлә үҫеп, ата-әсәһенә бөтә эштәрҙә, шул иҫәптә мал ҡарауҙа булыша. Малдарҙы ярата, шуға ла ул мал табибы һөнәрен алыу өсөн Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Күңеленә оҡшаған һөнәрҙе үҙләштергәс, районда ең һыҙғанып эшкә тотона. “Алатау” һәм “Дружба” хужалыҡтарындағы фермаларҙа мал­дарҙы дауалай, йоғош­ло ауырыуҙарға ҡаршы про­филактика буйынса эштәр башҡара. Артабан ташсы эшен өйрәнеп, Өфө ҡалаһына төҙөлөшкә йөрөп, йорттар төҙөүҙә ҡат­на­ша. Шәхси хужалығында умартасылыҡ ме­нән шө­ғөлләнергә лә ваҡыт таба.
Махсус хәрби операция башланғас, ир күңеленә тынғылыҡ тапмай. Улы ла мобилизация бу­йын­­са саҡырылған була. Ул 2025 йылдың март ба­шында Рәсәй Оборона ми­нистрлығы менән конт­ракт төҙөп, ил һағына баҫа. Ул стрелок-фельдшер була. Алғы һыҙыҡта дошмандар менән алыша, фельдшер булараҡ яраланған хәрбиҙәргә беренсе ярҙам күрһәтә.
Ни өсөн “Рад” тигән ҡу­шамат алыуы хаҡында ла ҡыҙыҡһындым.
- Улым менән бергә булғым килде. Уның ме­нән бергә Ватаныбыҙҙы һаҡ­ларға тейешмен тип уй­ланым. Радмир улымдың исемен ҡыҫҡартып, “Рад” тигән позывной ал­дым. Радмир менән хәр­би зонала бер тапҡыр осраштыҡ та. Ә былай те­ле­фон аша хәбәрләшеп торабыҙ, - тип һөйләне яугир.
Ошо уҡ йылда стрелок-­фельдшер алғы һыҙыҡта Курск йүнәлешендә хәрби бурысын үтәү ваҡытында ҡаты яралана. Шунан Тольятти, Дондағы Рос­тов, Һамар, Өфө ҡалаларындағы госпиталдәрҙә да­уалана. Реабилитация үт­кәндән һуң хеҙмәтен да­уам итә. Ул әлеге көндә - дөйөм ғәскәрҙең резерв батальонында БТР наводчигы, Белградта ил сиген һаҡлай.
Күрһәткән хәрби ба­тыр­­­лыҡтары өсөн “Мах­сус хәрби операцияла ҡат­на­шыусы”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бү­ләкләнә. Ул был ҡаһарманлыҡ билдәһе булған наградаларҙы ҡулына алып, ысынлап та, ғорурлыҡ хистәре кисерә. Яугир тиҙерәк тыныслыҡ ки­леүен һәм тыуған еренә ҡайтып, яҡын кешеләре, ауылдаштары менән осра­шып йәшәйәсәгенә ышана.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ­ға имен-аман йөрөп, еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ һәм ошондай батырыбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шыл­­­тыратырға йәиһә Ҡыр­­мыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас