Даирә
+14 °С
Облачно
Илһөйәрлек
23 Апреля , 06:22

Һәләкәт башҡа ҡабатланмаһын!

1986 йылдың 26 апрелендә, теүәл 40 йыл элек, Чернобыль АЭС-ның бер энергоблогында шартлау булып, үлемесле радиация тарала. Был – тыныс атом тарихында иң ҙур катастрофа. Радиация менән көрәшергә 600 меңдән ашыу кеше төрлө өлкәләрҙән йәлеп ителә. Зарарлы зонала эшләгән һәр кемдең хеҙмәте ысын батырлыҡҡа тиң.

Һәләкәт башҡа ҡабатланмаһын!Һәләкәт башҡа ҡабатланмаһын!
Һәләкәт башҡа ҡабатланмаһын!

Районыбыҙҙан да байтаҡ ир-­егеттәр һәләкәт һө­ҙөм­тәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Бөгөнгө мәҡәләбеҙҙә уларҙың бере­һе – Ҡырмыҫҡалы ауылынан Миң­леғаян Атнабаев.
- Ир-егеттәр төркөмләп оҙа­тылдыҡ. Мин иһә 1989 йылдың көҙөндә саҡырылып, 1990 йылдың яҙына тиклем радиация зонаһында булдым. Хәрби сборға тип хәрби комиссариатҡа саҡырылып, Өфө ҡалаһында медкомиссия үттек. Сәләмәтлектәре бик яҡшы булғандарҙы ғына алдылар, хатта бер теш булмаһа ла медкомиссия рөхсәт итмәне. Шунан беҙ Ырымбур өлкәһендәге Тоцк полигонында радиация һәм химик һаҡланыу буйынса әҙерлек үттек, беҙҙе ра­диация зонаһында эшләргә өйрәттеләр. Киев ҡалаһына ба­рып еткәс кенә ҡайҙа барасағыбыҙҙы әйттеләр. Бында та­ғы медкомиссия үткәрҙеләр. Шунан Чернобылгә оҙаттылар. Палаткаларҙа урынлаштыҡ. Беҙҙе отрядтарға, отделениеларға бүл­­деләр. Мин армияла ракета ғәскәрҙәрендә келәт мөдире булып хеҙмәт иткәйнем, шуға күрә бында ла снабженец итеп ҡуйҙылар. Элек яғыулыҡ-майлау материалдарына яуаплы булһам, бында - аҙыҡ-түлек һәм бөтә кәрәкле әйберҙәр өсөн. Артыҡ радиация күрһәткән әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте яндыр­ҙыҡ, янмағандары соҡорҙарға күмелеп бетонлаштырылды. Тәр­тип ҡаты ине, дежурство менән эшләнек. Һәр кем махсус кейемдә, респираторҙа булды, кеҫәлә радиация дозаһын үлсәй торған прибор йөрөттөк. Сыҡҡанда йыуынып, кейем­дәрҙе алыштырабыҙ. Радиацияның зарарлы икәнен белеп, артыҡ нәмәгә тотонманыҡ.
Ғөмүмән, беҙҙе хөкүмәт заданиеһын үтәргә ҡәтғи рәүештә приказ менән ебәрҙеләр. Ил ҡушҡанды үтәнек. Чернобыль икенсе армия булды, - тип һөйләне ул.
Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән Миң­леғаян Мәүлет улы Черно­был­гә саҡырылғанға тиклем Ля­хов училищеһында машинист-тракторсы һөнәрен алып, тәүҙә Салауат исемендәге кол­хозда механизатор, артабан армия хеҙмәтенән һуң юл тө­ҙөү-төҙөкләндереү идаралығында грей­дерҙа, экскаваторҙа эшләй.
Ғаилә ҡороп, ике балалары донъяға килә.
Чернобылдән һуң да ошонда хеҙмәтен дауам итә. Бар ғүмерен юл хеҙмәтенә бағышлай ул. Һаулығына зыян килһә лә, зарланмайынса хаҡлы ялға тиклем тырышып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙ­мәте өсөн “Рәсәйҙең маҡтаулы төҙөүсеһе” исеменә, “Башҡортостан Республикаһы транспорт төҙөүселәре Союзының маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәһенә һәм “Хеҙмәт ветераны” исеменә ла­йыҡ була. Шулай уҡ, әлбиттә, Чернобылдә радиация эҙем­тәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Миңлеғаян Атнабаевтың кү­ңеленә оҡшаған шөғөлө бар – ул ғүмер буйы һунарсы.
Авария һөҙөмтәләрен бөтө­рөү­ҙә ҡатнашыусылар көсө ме­нән радиацияның таралыуына сик ҡуйыла. Уларҙың һәр береһе герой. Тик бындай һәләкәттәр башҡа ҡабатланмаһын ине.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас