Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Февраль , 11:27

“Мәрхәмәт” еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерә

Махсус хәрби операцияның башынан халыҡ яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Тылдағыларҙың тырышлығы менән хәрби зонаға гуманитар ылауҙар оҙатылып тора.

“Мәрхәмәт” еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерә
“Мәрхәмәт” еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерә

Түбәнге Төкөн ауылының Рәүиә Хәмитова етәкләгән “Мәрхәмәт” волонтерҙар штабы ла еңеү өсөн үҙ өлөштәрен индерә. Улар ауылдаштарына хәлдәренән килгәнсе кәрәкле әйберҙәрҙе адреслы ебәрәләр.

- 2023 йылдың декабрь ба­шы­нан волонтерҙар ойоштоҡ, берләштек. Ул саҡта мәҙәни ойоштороусы булып эшләгән Вәсилә Сәхәпова беҙҙе Ҡамышлы ауылы волонтерҙары янына тәжрибә алырға барырға тәҡдим итте. Унда көнө буйы күрше ауылы волонтерҙары менән бергә маскировкалау селтәрҙәре үрергә, эште нисек башлап ебәрергә өйрәндек. Артабан ауыл халҡына мөрәжәғәт иттек һәм һәр кем ҡулынан килгәнсә төрлөсә ярҙам күрһәтте. Бер аҙ аҡса йыйылғас, маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн әйберҙәр алдыҡ. Ә маскировкалау селтәрен үреү һәм материалды киҫеү өсөн станоктарҙы Фәнир Казиев үҙ материалдарынан эшләп бирҙе. Ауыл халҡы хәленән килгәнсе һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр ебәреп ярҙам итергә тырыша. Бирсәткәләр, башалтайҙар, аҙыҡ-түлектән сәк-сәк, үлән сәйҙәре, бал, төрлө йәшелсәләр, ҡайнатмалар килтереп торалар, йы­йылған аҡсаға генератор, бысҡы алынды. Ауылдашыбыҙ, Чечен һуғышы ветераны, Чечен хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Илдар Әлмөхәмәтов беҙҙең менән һәр саҡ бәйләнештә, ул ҙур ярҙам күрһәтә. Волонтер ҡатын-ҡыҙҙар - Әлфиә Бикташева, Әлфирә Хөсәйенова, Хәмдиә Мөхәмәтйәнова, Фрәнгизә Әлмөхәмәтова, Гөлназ Бикташева, Миңниса Хәйерова, Рәмзиә Хөсәйенова, Фәнүзә Казиева көн һайын штабҡа йөрөйҙәр. Улар бергәләп яугирҙәргә мендәрҙәр яһап ебәрҙе, халыҡ килтергән йөндән даими башалтайҙар бәйләй, маскировкалау һәм дронға ҡаршы селтәрҙәрҙе үреп оҙатып торалар, шулай уҡ туҡмас киҫеп тә ебәрәләр. Быйыл ауылыбыҙҙа йәшәй башлаған Мансур Юламанов та изге эшкә ҡушылды. Ул йортонда дронға ҡаршы селтәрҙәр үрә, береһен оҙаттыҡ та инде, әле икенсеһен дауам итә, - ти Рәүиә Нәжиб ҡыҙы.

- Беҙҙең ярҙамыбыҙ яугирҙәр өсөн кәрәкле булһын, изгелеге тейһен, ғүмерҙәрен һаҡлаһын һәм тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, - тип изге теләктәрен еткерҙе волонтер ҡатын-ҡыҙҙар.

Әйткәндәй, быйылғы йыл башынан “Мәрхәмәт” волонтер штабы һигеҙенсе маскировкалау селтәре үрә. Ә оҫта ҡуллы Рәүиә Хәмитова эш араһында түбәтәйҙәр ҙә бәйләй. Һалдаттар был баш кейемен эстән ке­йергә йылы ла, тирләтмәй ҙә ти икән.
Еңеүҙе яҡынайтыу, тыныслыҡ урынлашыу, яҡындарының, ауылдаштарының иҫән-­имен ҡайтыуын теләп, өмөт һәм ышаныс менән ҙур эштәр башҡара Түбәнге Төкөн ауылының волонтерҙары. Уларҙың изге эштәре һәм хыялдары тиҙерәк тормошҡа ашһын ине.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.

“Мәрхәмәт” еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерә
“Мәрхәмәт” еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерә
Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас