Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
27 Ноябрь 2025, 14:35

Халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәге өсөн

“Татра” позывнойлы яҡ­та­шыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә 2023 йылдың ғинуарынан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә.

Халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәге өсөн
Халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәге өсөн

Беҙҙең яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә тиңһеҙ батырлыҡтар, намыҫлы хеҙмәт күрһәтә.
“Татра” позывнойлы яҡ­та­шыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә 2023 йылдың ғинуарынан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Хеҙмәт осоронда ул үҙен бары ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Күптән түгел уны элемтә батальонының команда-штаб машинаһының электрик-командиры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Батыр яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында барған алыштарҙың береһендә ҡаты яралана - ҡулындағы бармағын юғалта, аяғын йәрәхәтләй һәм йөҙөнә ярсыҡ яраһы ала. Уға оҙайлы дауаланыу һәм реабилитация талап ителә. Реабилитация үткәс, яугир тағы ла иптәштәре янына махсус хәрби операция зонаһына юллана.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Шайморатов, Суворов миҙалдары менән бүләкләнә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы исеменә лайыҡ була.
Яҡташыбыҙ Алексеевка ауылында тыуып үҫкән. Контрактҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем оҙаҡ йылдар Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәгендә юрист булып эшләй. Һуңынан хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультациялар үткәреү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ Рәсәй юристар Ассоциацияһының Архангел бүлексәһе рәйесе булып тора һәм бөгөнгө көнгә тиклем уға юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙе дауам итәләр.
Күптән түгел һанаулы ғына көндәргә ялға ҡайтты. Өйҙә ҡатыны, балалары, яҡындары уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир ғаиләһе эргәһендә уҙғарыуҙы хуп күрә. Тиҙҙән ул ҡабат хеҙмәт урынына, МХО-ға юлланасаҡ.
Һуғыштар бөтөп, еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ, тип теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас