Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
10 Ноябрь 2025, 09:56

Халыҡ именлеге һағында тора

Полицияла батыр, көслө ихтыярлылар эшләй. Уны йөрәк ҡушыуы буйынса һайлайҙар. Был һөнәр эйәләре енәйәтселәргә ҡаршы көрәш, тәртип боҙоуҙарҙы киҫәтеү һәм халыҡҡа хәүеф янамауын тәьмин итеү менән шөғөлләнә.

Халыҡ именлеге һағында тора
Халыҡ именлеге һағында тора

Райондың эске эштәр бүлегендә ҙур тәжрибәгә эйә булған хеҙмәткәрҙәр күп. Уларҙың береһе – эске хеҙмәт подполковнигы, штаб начальнигы Азат Ғималетдинов. Тәртип һәм именлек һағында тороусыларҙан һөнәри оҫталыҡ, ҙур яуаплылыҡ, ныҡлы дисциплина талап ителә. Уға был сифаттарҙың барыһы ла хас. Хәҙер инде ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен ошо халыҡ һағы һәм именлегенә бағышлаған Азат Миниасфат улы үҙ һөнәренең оҫтаһы. Намыҫлы хеҙмәте менән коллективта абруй яулаған хоҡуҡ, тәртип һаҡсыһы полиция хеҙмәтенә урауыраҡ юлдар аша килә. Ул Ауырғазы районының Талбазы мәктәбен тамамлағандан һуң урындағы училищела бухгалтерлыҡҡа уҡый. Артабан Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Армияла Алкинда саперҙар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәс, Ауырғазы ҡулланыусылар йәмғиәтендә тәүҙә ревизор, артабан ревизия комиссияһы рәйесе була. Бында эшләгәндә милиция хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп енәйәт ҡылынған урындарға сығырға ла тура килә. Ошо саҡтарҙа уға эске эштәр органдарына эшкә килергә тәҡдим яһайҙар ҙа. Мәктәп йылдарынан уҡ спорт, ауыр атлетика менән дуҫ булған, тәртипте, дөрөҫлөктө яратҡан егет яҙмышын ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар итә һәм ситтән тороп РФ Эске эштәр министрлығының иҡтисад хәүефһеҙлеге академияһын тамамлай. - Эске эштәр органдарында 2006 йылдан алып хеҙмәт итәм. Был йылдар эсендә төрлө вазифаларҙа эшләнем – Ауырғазы районында БЭП төркөм оперуполномоченныйы, өлкән оперуполномоченный, участковый, дознаватель, өлкән дознаватель, Ырымбур өлкәһенең Александровский районында административ күҙәтеү инспекторы, 2023 йылдың ноябренән Ҡырмыҫҡалы районында иҡтисади енәйәтселек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш йүнәлешендә өлкән оперуполномоченный һәм уҙған йылдың июненән - штаб начальнигы. Ойоштороу эше, енәйәттәрҙе анализлау, криминоген хәлде координациялау бурысым булып тора. Эшем тынғыһыҙ булһа ла, ул минең йәшәү рәүешем. Беҙҙең хеҙмәттә бөтә эште атҡарып сығыу өсөн сыҙамлылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, намыҫлы булыу кеүек сифаттар булышлыҡ итә. Хеҙмәтем менән халыҡҡа файҙа килтерә алыуыма һөйөнәм. Яуаплы эшемдә ҡатыным Илнура Сафуан ҡыҙы ныҡлы терәгем булып тора. Өс балабыҙҙың тәрбиәле булып үҫеүендә лә уның өлөшө ҙур. Ғаиләлә аңлау тапҡанда, эшкә бөтә күңелде һалып була, - ти ул. Азат Ғималетдинов үҙенең иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән башҡарып, эшендә һөҙөмтәләргә ирешә. Артабан да яуаплы хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас