Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
16 Октябрь 2025, 09:04

“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы”

Был тормошта ҡатын-ҡыҙҙарға ла Хоҙай тарафынан бирелгән һынауҙар күп инде ул. Ә ир-аттарыбыҙҙы малай саҡтарынан уҡ көслө булырға тейешһең, тип үҫтерәбеҙ. Ысынлап та шулай. Ә бөгөнгө һүҙем уҡыусым Рәил Әхмәтов тураһында.

“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы”
“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы”

Рәил Наил улы бәләкәс сағынан уҡ яр­ҙамсыллығы, кешелеклелеге менән айы­рылып торҙо. Мәктәптәге һәр эштә алдан йөрөнө. Атаһының уң ҡулы булды. Техниканы яратыуы ла атаһынан күскәндер.
Колхоз тормошо гөрләп торған саҡ­тар. Рәилдең ата-әсәһе лә шул эштәрҙең уртаһында. Көткән донъялары ла матур. Наил ағай алдынғы шофёр (бригадир эшен дә уңышлы башҡарҙы), ә әсәһе Саимә еңгәй төрлө эштәрҙә эшләне, һынатманы. Йәйҙәрен балалар ҙа колхоз эштәрендә актив ҡатнашалар ине. Шуның өсөн бүләкләнгәндәр араһында Рәил дә булды.
Ғүмер тиҙ уҙа. Урта белем тураһындағы документ ҡулдарҙа. Әрме сафтарына һүрәтләмәмдең геройы ғорурлыҡ тойғоһо, ҙур теләк менән юл алды. Ә бына илһөйәрлеге атай-олатайҙарынан. Мәҫәлән, Хәйрулла Әхмәтов Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы. Ул Шайморатов генерал етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында еңеүгә өлөшөн индергән.
Рәил дә әрме сафтарында һынатманы. Ҡәҙерлеләрен һөйөндөрҙө, намыҫына тап төшөрмәне. Командирҙарынан тик рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, дуҫтары араһында абруй ҡаҙанып хеҙмәт итеүен ишетеп беләм. Ике йыл үтеп китһә лә, хеҙмәтен дауам итә. Илдә шундай көсөргәнешлелек. Күп операцияларға барыу уға ышанып тапшырыла. Байтаҡ хәрби заданиеларҙан иҫән-һау ҡайта. Береһе аҙаҡҡыһы була: уның ғүмере өҙөлә. Үкенесле, бик үкенесле хәл. Күпме тормошҡа ашмаған хыялдар, башҡарып өлгөрмәгән эштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Тормошто ярата ине бит ул. Ошо урында класс етәксеһе булған Фидалия Марат ҡыҙы Кәримованың һүҙҙәрен килтерәм.
«Уҡыусыларым бик әүҙем булды. Мәктәп, район кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында ихлас ҡатнаштылар. Рәилгә килгәндә, ул уҡыуҙа артта ҡалманы, йор һүҙле, шаян булды. Бәләкәс сағынан уҡ атаһының машинаһын йөрөтөргә өйрәнеп күп ваҡ-төйәк эштәрҙе үҙе башҡара алыуына һоҡлана торғайным».
Рәилдең әсәһе - Саимә Миңләхмәт ҡыҙының ҡайғыһын яңыртыуыма ҡыйынһынһам да, ошо юлдарҙы яҙғым килде, сөнки Рәил һәр ваҡыт күңелдәребеҙ түрҙәрендә тора.
... Әлеге ваҡытта улдарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ беҙҙең тыныслыҡты һаҡлай. Улар махсус хәрби операцияла. Беҙ уларҙың тиҙерәк иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Фирүзә Ғирфанова.
Шәрипҡол ауылы.

“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы”
“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы”
“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы”
Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас