Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Сентябрь 2025, 15:07

Яугирҙәр республика Башлығы менән осрашты

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһындағы махсус хәрби операция яугирҙәре ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә – ойошманы артабан үҫтереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү.

Яугирҙәр республика Башлығы менән осрашты
Яугирҙәр республика Башлығы менән осрашты

Бекетов ауылында йәшәүсе, «Кулибин» ҡушаматлы ветеран да был осрашыуға барҙы. Яугир Дәүләкән районында тыуып үҫкән, шунда уҡ урта мәктәпте тамамлаған, ә һуңынан техник-механик һөнәрен алған. 1999 йылда армияға саҡырылған, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән. 2001 йылда ҡайтҡас, өйләнгән. Өфөлә водитель булып эшләй башлаған, ә һуңынан ғаиләһе менән Бекетов ауылына, ҡатынының тыуған яғына күсеп ҡайтҡандар. 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, ул ысын патриот һәм хәрби тәжрибәле кеше булараҡ, ситтә ҡала алмаған. Сәләмәтлеге торошо буйынса демобилизациянан һуң ветеран өй хужалығы менән шөғөлләнә һәм көсөн тергеҙә. 15 сентябрҙә Радий Хәбиров менән осрашыу уның һәм башҡа ветерандар өсөн власть менән туранан-тура аралашыу өсөн мөһим майҙансыҡ булды. Ассоциация ултырышында төп мәсьәләләр тикшерелде: һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, инвалид ветерандар тураһында хәстәрлек күреү, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тыныс тормошҡа яраҡлашыуы, уларҙы эшкә урынлаштырыу һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү. – Йәштәр өсөн һеҙ – Башҡортостанды яратҡан һәм уның менән ғорурланған ысын ир-егет, илһөйәрлектең тере миҫалы. Был мөһим эш менән шөғөлләнеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров. «Кулибин» республика Башлығына күрһәтелгән ярҙам өсөн шәхсән рәхмәт белдерҙе һәм МХО-нан ҡайтҡан һуғышсылар әле хеҙмәтен дауам иткәндәргә терәк була, тип билдәләне. Йомғаҡлап, Радий Хәбиров 1 октябргә тиклем ветерандарҙы генерал Шайморатов миҙалы һәм ордены менән бүләкләү буйынса регламент әҙерләргә ҡушты һәм проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү өсөн Ассоциация вәкилдәрен муниципаль идара итеү командаларына тығыҙыраҡ интеграцияларға тәҡдим итте. Артабан сара «һорау-яуап» форматында дауам итте. Атап әйткәндә, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлашыу, төбәктә адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыу, Өфө дауалау учреждениеларында протезлауға федераль сертификатты файҙаланыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларының республика колледждарына бюджет урындарына уҡырға инеү темалары ҡыҙыҡһындырҙы. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһындағы махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаларына дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм уңыштар теләне. Беҙ һеҙҙең ойошмаға бик етди ҡарайбыҙ һәм һеҙҙең барыһы ла килеп сығыуын теләйбеҙ. Махсус операция ветерандары менән муниципалитет хакимиәттәре, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы хеҙмәттәшлек итә. Әммә шулай уҡ улар менән хәлде эске яҡтан белгән кешеләрҙең эшләүе мөһим. Беҙ һеҙҙе бөтә яҡлап та хуплаясаҡбыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.

Руслан БАТТАЛОВ.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас