

Сарала район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, райондың мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариаттың хәрби комиссары Рөстәм Вәлитов, “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Ҡырмыҫҡалы районындағы филиалының социаль координаторы Роза Кириллова, шулай ук социаль хеҙмәттәр һәм ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
- Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төбәк ярҙам саралары эшләй. Һәр ғаиләгә, МХО-нан ҡайтҡан, отпускыға килгән, хеҙмәтен тамамлаған, инвалидлыҡ алған, яраланған йәки йәрәхәтләнгән һәр кемгә барып етеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Һәр ветеран үҙ тормошонда беҙҙең ҡатнашыуыбыҙҙы, уға һәм уның ғаиләһенә мотлаҡ ярҙам күрһәтеләсәгенә ышаныс тойорға тейеш.
Бөгөн беҙ яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам саралары тураһында һөйләрбеҙ һәм барлыҡ һорауҙарығыҙға яуап бирергә тырышырбыҙ, - тигән һүҙҙәр менән сараны башланы Әлфир Фәрхәт улы.
Мәшғүллек үҙәгенең әйҙәүсе инспекторы Маргарита Кәримова бушлай яңы һөнәр үҙләштереү (һаҡсылар, менеджер, маникюр, парикмахер, визажист), эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн эште нимәнән башларға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында, адреслы ярҙам алыу һәм һөнәри квалификацияны күтәреү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклекте аңлатты.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осорон Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе икеләтә күләмдә стажға индерә: бер йылда ике йыл стаж һәм 3,6 шәхси пенсия коэффициенты. Инвалидлыҡ осрағында ветерандың бер юлы ике пенсия алыуы мөмкин: йәш буйынса страховка һәм инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсияһы. Пенсия күләме, әгәр алыусы яҡындарын йәки туғандарын ҡараһа, арттырылырға мөмкин, - тип һөйләне Рөстәм Урал улы.
Райондың мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам саралары тураһында бәйән итте.
- Муниципалитет биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән 279 бала мәктәптә уҡый һәм 90 бала балалар баҡсаһына йөрөй. Аңлашылыуынса, сабыйҙарға 1,5 йәш тулғас, улар балалар баҡсаһына сиратһыҙ урынлаштырыла һәм бушлай йөрөй, 4 тапҡыр ҡайнар аш менән туҡландырыла.
Мәктәп уҡыусылары иһә бушлай ике тапҡыр ҡайнар аш менән туҡлана, йыл әйләнәһенә ял һәм сәләмәтләндереү лагерҙарында һәм шифаханаларында ял итә. Бының өсөн район мәғариф бүлегенә ғариза яҙырға һәм санатор-курорт картаһын тултырырға кәрәк. Автобус менән алып барыу ойошторолған.
Тағы ла бер яңылыҡ. 14 йәше тулғандар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша “АЛҒА» берҙәм транспорт картаһын алып, уҡыу осоронда ҡала һәм ҡала яны, шулай уҡ Өфө-Ҡабаҡ маршруттары буйынса дөйөм ҡулланылыштағы транспортта йөрөй ала.
Юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә, атап әйткәндә, аграр университетына ингәндә өҫтөнлөклө льготалар ҡаралған. Улар 11 кластан йәиһә колледждан һуң юғары уҡыу йортона уҡырға инеү мөмкинлеге менән файҙалана ала. Беҙҙең райондан быйыл бер кеше был мөмкинлекте файҙаланып, конкурстан тыш юғары уҡыу йортона уҡырға инде.
Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары үҙҙәренә яҡын булған мәктәпкә сиратһыҙ урынлаштырыла, түңәрәктәргә, өҫтәмә белем биреү урындарына, музейҙарға бушлай йөрөтөлә, - тип һөйләне Гүзәл Ринат ҡыҙы.
Башҡа ведомстволар вәкилдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ташламалар, шифаханалар тураһында ентекләп һөйләнеләр, башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Осрашыу барышында шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ҡағылышлы мутлашыу менән бәйле проблема тураһында фекер алышыу булды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Иң көнүҙәк мәсьәләләр араһында утын менән тәьмин итеү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләү менән бәйле һорауҙар торҙо.
Осрашыу сәй табыны менән тамамланды, унда һөйләшеү рәсми булмаған шарттарҙа дауам итте.
Бындай саралар ярҙамында көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү еңелләшә. Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре менән бындай осрашыуҙар ай һайын барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үткәрелеп килә.
Гөлсәсәк Аласова.