Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
14 Август 2025, 09:29

“Олатайҙарым юлынан”

“Баха” позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашырға насип булды. Ул атаһы һәм әсәһе менән редакцияға килде.

“Олатайҙарым юлынан”
“Олатайҙарым юлынан”

Ни өсөн бындай позывной һайланың, тип ҡыҙыҡһындым. Ул фамилияһынан бер ижекте алыуын әйтте.
- Беҙҙең нәҫелдә элек-электән ир-­егеттәр Тыуған илде һаҡлағандар. Атайым Мәскәүҙә академик Жуковский исемендәге хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт иткән. Ул мине һәр сәләмәт егет армияла булырға, Тыуған илде һаҡларға тейеш, тип үҫтерҙе. Уҡытыусы булып эшләгән әсәйем дә патриотлыҡ орлоҡтары сәсеп тәрбиәләне. Ишетеп кенә белгән олатайымдарҙың икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Олатайымдар менән ғорурланып үҫтем. Уларҙың береһе – илдә барған 1917 йылғы үҙгәрештәрҙә ҡатнаша. Кавалерист булып хеҙмәт итә. Артабан Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем яу юлдары үтә. Уның күп орден-миҙалдары өйөбөҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана, - тип һөйләне яугир.
“Баха” мәктәптә яҡшы уҡый. Ҡулына аттестат алғандан һуң үҙенең яҙмышын тимер юлы менән бәйләргә ҡарар итә. Ул Өфө тимер юлы колледжында белем алып, Өфө - Куйбышев тимер юлы селтәрендә эшләй. Шунан армия сафында хеҙмәт итә. Мотоуҡсылар полкы составында Тажиҡстанды хәрби хәрәкәттәрҙән һуң таҙартыуҙа ҡатнаша. Егет 2023 йылдың август аҙағында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Тыуған ил һағына баҫа.  Өйләнгән, ике улы уны һағынып көтөп тора.
- Улым ялға өсөнсө тапҡыр ҡайтты. Ҡайтыу менән кире китеү тураһында уйлай башлай. Иптәштәре менән һәр ваҡыт бәйләнештәләр. Бынан хәстәрләп, кәрәкле әйберҙәрҙе алып китәләр. Был юлы окоп шәмдәре бик кәрәк ине. Ошо һорау менән “Ватанды һаҡлаусылар“ фондының райондағы социаль координаторы Ғәлиә Наил ҡыҙы Бикбаеваға мөрәжәғәт иттек. Ул шундуҡ ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Ҡырмыҫҡалы ауылындағы штабтан волонтерҙар үҙҙәре үк килтереп бирҙеләр. “МХО ҡатындары һәм әсәләре“ тигән төркөм бар. Улар менән тиҙ генә кәрәк-яраҡты әҙерләйбеҙ. Ауылдаштар ҙа йылы ойоҡбаштар һәм башҡа әйберҙәр йыйып ярҙам ҡулдарын һуҙалар. Аҙаҡ яугирҙәр бик ҙур рәхмәт һүҙҙәрен ебәрәләр, - тип һөйләне яугирҙең әсәһе.
Тыуған яҡҡа иҫән-имен, еңеү менән ҡайтырға булһын!
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас