Медицина хеҙмәткәрҙәре “Кармаскалинцы СВОим” ирекмәндәр штабына 89 мең аҡса күсерҙе. Ошондай ярҙам арҡаһында Резида Әхтәмова етәкселегендәге штаб активы ялан шарттарында кәрәкле камуфляж костюмдарын һатып алған да инде. Был әйберҙәрҙең бер өлөшө махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелгән.
Бынан тыш, яугирҙәребеҙ өсөн футболкалар, носкиҙар, шулай уҡ Бурденко исемендәге госпиталдә реабилитация үтеүсе ир-егеттәр өсөн эске кейем тегеү өсөн туҡыма һатып алыу планлаштырыла. Шулай уҡ аҡса даими режимда алғы һыҙыҡта кәрәкле маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн сығым материалдарын һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
Айһылыу Ильясова.