Ул 2024 йылдың яҙында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, сөнки ситтә ҡала алмаған һәм илебеҙ һағына баҫҡан.
- Бындай ҡатмарлы ваҡыттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙы мин үҙемдең бурысым тип һананым. Минең улым, “Муни” ҡушаматлы хәрби хеҙмәткәр ҙә, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылды, - тине әңгәмәсебеҙ.
“Дед” Олокүл ауылында тыуып үҫкән. Һигеҙенсе кластан һуң автотранспорт техникумына уҡырға инеп, техник-механик белгеслеге ала. Үзбәкстанда хеҙмәт иткән, ә контракт төҙөгәнсе транспорт өлкәһендә водитель булып эшләгән. Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтергәндәр.
Яҡындары уның ҡарары менән килешә, уны аңлағандары өсөн ул ғаиләһенә рәхмәтле. Уҙған йылдың июнендә ул яраланған, реабилитация үткән. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң “Дед” яңынан махсус хәрби операцияға юлланған.
Беҙ барлыҡ яҡаштарыбыҙға ла Еңеү яулап, иҫән-имен өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға, йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Гөлназ ӘХМӘТОВА.