Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
5 Июнь 2025, 14:10

Йәшел фуражкалылар байрамы

Районда Рәсәйҙең сик буйы һаҡсылары көнө гөрләп үтте. Йәшел фуражкалылар был байрамды йыл да көтөп алалар һәм бергә йыйылып, матур итеп байрам итәләр. Улар үҙҙәренең иң яуаплы урында хеҙмәт итеүҙәренә ғорурлыҡ хистәре кисереп, әрме хеҙмәтенән алып ҡайтҡан йәшел фуражкаларын ғүмер буйы ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

Йәшел фуражкалылар байрамы
Йәшел фуражкалылар байрамы

Сик буйы – дошман юлындағы беренсе һыҙыҡ. Шуға күрә лә Ватан сиктәрен һаҡлау маҡтаулы һәм яуаплы һөнәр һанала. Рәсәй – донъяла сиктәре оҙон һәм барлығы 18 ил менән сиктәш булған ил һанала. Көн һайын дәүләт сиген һаҡларға 11 меңләп сик буйы отряды һәм ифрат күп һанлы карап һәм катерҙар сыға. Һөнәри байрамдары алдынан район үҙәгенең төп майҙанын йөҙәрләгән йәшел фуражкалы яҡташтарыбыҙ һәм флагтар менән биҙәлгән автомобилдәр биләп алды. Стройға баҫып, райондың запастағы сик буйы йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Рөстәм Маннанов етәкселегендә алда торған маҡсаттар билдәләнгәс, автомобилдәр бер рәткә теҙелешеп, Шайморатов ауылына юлланды. Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың мөһабәт һәйкәленә сәскәләр һалдылар һәм бөйөк батырыбыҙҙы хәтергә алдылар ил сиге һаҡсылары. Ошо уҡ көндө район үҙәгендәге Еңеү паркында сик буйы ғәскәрҙәре байрамына арналған тантаналы митинг ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығының урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хәрби комиссары Рөстәм Вәлитов ҡатнашты. Райондың йәштәр менән эшләү бүлегенең баш белгесе Виктория Истратова байрам сараһын асып, һүҙҙе рәсми ҡунаҡтарға бирҙе. Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы менән Рөстәм Урал улы үҙҙәренең сығыштарында пограничниктарҙың абруйы хаҡында бәйән иттеләр. Уларҙың йәштәргә һәр саҡ өлгө булыуҙары, киләсәк быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә һәм махсус хәрби операцияға ярҙам итеү эшендә әүҙемлек күрһәтеүҙәрен билдәләнеләр. Иң-иңдәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас