Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
5 Июнь 2025, 14:04

“Малай”ҙы бөтә ауыл менән ҡаршы алдылар

Ошо көндәрҙә интернет киңлегендәге социаль селтәрҙәрҙә Малай ауылы яугирын махсус хәрби операция биләмәһенән ҡаршы алыуҙары тураһындағы күңелдәргә үтеп инерлек видеояҙма бер кешене лә битараф ҡалдырмағандыр.

“Малай”ҙы бөтә ауыл менән ҡаршы алдылар
“Малай”ҙы бөтә ауыл менән ҡаршы алдылар

Малай ауылында йәшәүсе 59 йәшлек яугир ошо йылдың февраль айында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Күптән түгел ул тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. Ҡатыны, балалары һәм барлыҡ ауыл халҡы яугирҙы ҡыуанып ҡаршы ала. Тыуған ауылы исемен, йәғни “Малай” позывнойы алған яҡташыбыҙ үҙенең махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар итеүен былай аңлата: - Тыуған илемә ярҙам итергә тейешмен. Беҙҙе бала саҡтан Ватаныбыҙ патриоттары итеп тәрбиәләнеләр. Мин – ҙур ғаилә башлығымын. Беҙ алғы һыҙыҡта балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн көрәшәбеҙ. Улар имен һәм мул тормошта йәшәргә тейеш. Шуның өсөн мин үҙ ғүмеремде хәүеф аҫтына ҡуйып, махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар иттем. Әйткәндәй, яугир билдәле йырсы Илнур Ишембаевтың атаһы. Ул улының һәр бер башланғысын хуплап ҡабул итә һәм бар яҡтан уға ярҙам итергә тырыша. - Махсус хәрби операцияға йыйынғанын һуң ғына белеп ҡалдыҡ. Балалар менән бергә күмәкләшеп бармаҫҡа өгөтләп ҡараныҡ та бит, тик ул үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Имен-һау ғына йөрөп ҡайтһын инде, - ти күҙ йәштәре аша яугирҙең тормош иптәше Фәниә апай. Алғы һыҙыҡтағы сираттағы алышта танк батальонында штурмлаусы булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың һаулығына зыян килә. Госпиталдә дауаланғандан һуң уны бер аҙға тыуған яҡтарына ялға ҡайтаралар. “Малай” һәм барлыҡ башҡа ир-егеттәребеҙ тиҙерәк яҡындары янына иҫән-имен ҡайтһын!

Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас