Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
29 Май 2025, 23:21

Ҡапҡаһы янына сик буйы бағанаһы ултыртҡан

Зәки ағай 1970 - 1972 йылдарҙа СССР - Ҡытай сигендә хеҙмәт иткән икән. Өҫтәүенә, ул бөгөн Максимовка ауылындағы Сик буйы һаҡсылары урамында йәшәй.    

Ҡапҡаһы янына сик буйы бағанаһы ултыртҡан
Ҡапҡаһы янына сик буйы бағанаһы ултыртҡан

Өфө районының Максимовка ауылында йәшәгән Зәки исемле ағай йортоноң алдына сик буйы бағанаһы ултыртҡан. Уны асыу тантанаһын бөтә ауыл менән, хакимиәт етәкселеге, кадет класы, ауыл халҡы, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашлығында ҙурлап үткәргәндәр. Был хаҡта блогер Башҡорт хужабикәһе хәбәр итте. 

Баҡтиһәң, Зәки ағай 1970 - 1972 йылдарҙа СССР - Ҡытай сигендә хеҙмәт иткән икән. Өҫтәүенә, ул бөгөн Максимовка ауылындағы Сик буйы һаҡсылары урамында йәшәй. Ошондай осраҡлы тап килеүҙе файҙаланып, алыҫта ҡалған хәрби хеҙмәт йылдары иҫтәлеге итеп һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ул йортоноң алдында сик буйы бағанаһы ултыртырға ҡарар итә. Уҙаманға был эшендә ауыл халҡы, күршеләре, туғандары, ауыл хакимиәте ярҙам күрһәткән. 

Бына шундай үҙенсәлекле арт-объект барлыҡҡа килгән Максимовкала. 

Фотолар: Блогер Башҡорт хужабикәһе төшөргән видеонан скриншот. 

Автор:
Читайте нас