28 май – Ил сиге һаҡсылары көнө
Ул бөгөн дә сафта
Ватаныбыҙ сиктәрен дошмандарҙан, төрлө баҫҡынсыларҙан һаҡлау - элек-электән ир-егеттәр иңенә һалынған яуаплы хеҙмәт ул. Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе лә үҙ иңенә ала. Шуға күрә улар элиталы ғәскәрҙәр рәтенә инә, уның ҡарамағына иң заманса ҡоралдар, караптар, техника бирелгән.
Намыҫ, сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ, юғары оҫталыҡ – һәр бер ил һаҡсыһының холоҡ һыҙаты булараҡ билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, дошман менән тәүгеләрҙән булып күҙмә-күҙ осрашҡан, һуңғы тамсы ҡандарына тиклем алышыусылар ҙа – пограничниктар. Тап улар фашистарҙың илебеҙҙе тиҙ арала баҫып алыу планын селпәрәмә килтергән.
Илле йәште уҙһалар ҙа, алтмыш-етмеште ҡыуһалар ҙа улар һәр ваҡыт ил һаҡсылары булып ҡала. Шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе тураһында булыр бөгөнгө һүҙем.
Ғәфүр Ильясов тыумышы менән Архангел районынан. 2006 йылдан алып Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. Мәктәпте тамамлағас, водитель һөнәрен үҙләштерә һәм Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн хәрби хеҙмәткә юллана. Төркмән ССР-ындағы Тахта-Базар погран отрядына эләгә, артабан хеҙмәтен Таджиҡстан менән Афғанстан сигендәге Мәскәү погран отрядында дауам итә.
- Мәктәптәге башланғыс хәрби әҙерлек дәресе буйынса уҡытыусым Шамил Мөслимов сик буйында хеҙмәт иткән. Ул беҙгә пограничниктар тураһында төрлө мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы күп һөйләй торғайны. Шуға ла хәрби комиссариатта: “Ҡайҙа хеҙмәт итергә теләйһең?” тип һорауҙары булды, шунда уҡ: “Сик буйы ғәскәрҙәренә барғым килә”, тип яуапланым, - ти Ғәфүр Мәғәфүр улы үҙенең ил сиге һаҡсыһы булып китеүе хаҡында.
- Илдең һуңғы метрында йөрөүе хәүефле һәм ҙур яуаплылыҡ талап итә, әлбиттә, шулай булыуға ҡарамаҫтан нәҡ ошо йүнәлеште һайлағаным өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Беҙгә – бала саҡтан ауыр эш менән сыныҡҡан ауыл балаларына әрме хеҙмәтендә ҡыйын булманы. Шулай уҡ мәктәптә спорт менән шөғөлләнә торғайныҡ. БТР водителе, гранатометчик булып хеҙмәт иттем, миналы яланда ла йөрөргә тура килде, - тип дауам итте һүҙен әңгәмәсем.
Ғәфүр Ильясовтың хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанына быйыл 35 йыл тула. Башҡортостанда, Татарстанда йәшәүсе хеҙмәттәштәре менән әле лә интернет аша аралашып торалар улар. Ә районыбыҙҙа йәшәгән барлыҡ ил сиге һаҡсыларын Рөстәм Маннанов үҙ ҡанаты аҫтына йыйған. Улар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторалар, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам күрһәтеү эшендә лә әүҙемлек күрһәтәләр.
Ғәфүр Мәғәфүр улы ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше Илмира Ғәбит ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Рузэля ғаиләһе менән Ҡазанда йәшәй, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Регина ла Ҡазан ҡалаһындағы колледжда белем ала.
Ҡырмыҫҡалыла төпләнеүҙәре тураһында:
- Благовещен ҡалаһында йәшәй инек. Ниндәйҙер йомош менән Ҡырмыҫҡалыға килгәйнек, район үҙәген ныҡ оҡшаттыҡ һәм бынан йорт һатып алып, күсеп тә килдек, - тип һөйләй ул.
Ғәфүр Ильясов – хәрби хәрәкәттәр ветераны. Күп йылдар милиция хеҙмәтендә эшләп, өлкән прапорщик дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡан. Эшләгән дәүерҙә уны дүрт тапҡыр Чечняға командировкаға ебәрәләр. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Хеҙмәттәге отличиеһы өсөн” II һәм III дәрәжә миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул үҙенең әрме хеҙмәтендә үткән йылдарын тик йылы хәтирәләр менән генә иҫкә ала.
- Хеҙмәт иткән ерҙәрҙе тағы бер тапҡыр барып күрге килә. Таджиҡстанға барып ҡайтырға тигән күптәнге хыялымды берәй ҡасан тормошҡа ашырырмын, тип уйлайым. Ҡайһы бер йәш егеттәрҙең әрме хеҙмәтенә барырға теләмәүен аңламайым. Ир-егет булып тыуғанһың икән, һин мотлаҡ хеҙмәт итергә тейешһең. Илебеҙҙе кем һаҡлар? Йәштәр хеҙмәт итергә ҡурҡмаһындар, алдан уҡ физик һәм рухи яҡтан әҙер булһындар. Армияла саҡта әсәй-атайыңдың, тыуған яҡтарыңдың ҡәҙерен яҡшыраҡ аңлай башлайһың. Хәҙерге заманда бер йыл ғына хеҙмәт итәләр, көн дә тиерлек телефон аша бәйләнештә торалар. Беҙгә хат ярҙамында ғына аралашырға тура килде. Тыуған яҡтарҙан хат алыу – ҙур шатлыҡ ине. Һәр бер ир-аттың бурысы – Тыуған илгә хеҙмәт итеү. Шуға күрә хеҙмәт итһендәр, Ватаныбыҙҙы яҡларға һәр саҡ әҙер булһындар, - тигән теләктәрен дә белдерҙе бөгөн дә сафта тороусы ил сиге һаҡсыһы.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.