Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
28 Апрель 2025, 15:37

Еңеү менән ҡайтырға яҙһын

Еңеү беҙҙә буласаҡ, ти Украинала барған махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында йөрөүсе “Физрук” позывнойлы яҡташыбыҙ.

Еңеү менән ҡайтырға яҙһын
Еңеү менән ҡайтырға яҙһын

“Физрук” махсус хәрби операция башланғас та ҡыҙыу нөктәлә, алғы һыҙыҡта. 2022 йылдың октябрь айында Рәсәй Оборона министрлығы менән МХО биләмәһендә хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгән. Ростов өлкәһе Персиановский ҡасабаһында ике аҙналыҡ хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мотоуҡсылар батальонының 72-се бригадаһында хеҙмәт итә.
- Беҙҙең төп бурыс – оборона тотоу. Херсон өлкәһе Олежки ҡалаһын дошмандан яҡлауҙа өс ай Днепр ярында әүҙем оборонала торҙоҡ. Һуңынан батальонды штурмлау батальонына үҙгәрткәс, йәш сикләүҙәре буйынса беҙҙе ҡайтарҙылар, - ти яугир.
- Тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең бурысы. Был ваҡиғаларҙан ситтә ҡалырға теләмәнем һәм 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Оборона министрлығы менән яңынан контракт төҙөнөм. Әлегә тиклем “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальонында хеҙмәт итәм. Минең менән бергә хеҙмәт иткән яҡташтарым бик күп. Бишауыл-Уңғар ауылынан егеттәр бар, Алайғыр ауылынан “Окулист” позывнойлы яугир минең командирым. Үҙ эшен белеүсе яҡшы командир. Егеттәр менән ике йылға яҡын бергәбеҙ, туғандар кеүек булып бөттөк. Дуҫбыҙ, берҙәмбеҙ – хәрби шарттарҙа был ныҡ мөһим, - ти ул.
Мәҡәләм геройы, “Физ­рук” позывнойын юҡҡа ғына алмаған, Тыу­ған ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң физик яҡтан көслө, сынығып үҫкән егетте физкультура уҡытыусыһы итеп Константиновка мәктәбенә эшкә саҡыралар.
- Балалар менән эш­ләүе оҡшай ине. Бөтә төр спорт ярыштары буйынса мәктәпте беренсе урынға сығарҙым. Уҡыусыларым әле лә өҫтәл теннисы буйынса Башҡортостан чемпиондары булып торалар. Әйткәндәй, бында ике йыл эшләгәндән һуң район үҙәгендә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә өҫтәл теннисы буйынса тренер булып эшләнем. Һуңынан үҙ эшемде асырға ҡарар иттем һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланым, - ти ул.
Өйләнгән, ҡатыны ме­нән ике ул үҫтергәндәр. “Физрук” ике улын да спорт менән сыныҡтыра, көслө итә, төрлө һынау, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Әйткәндәй, уның кесе улы Өфө аграр университетын тамамлағандан һуң, хәрби булырға ҡарар итә һәм Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Бөгөнгө көндә ул да махсус хәрби операция биләмәһендә Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәй.
“Физрук” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков миҙалы менән наградланған. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Хеҙмәт иткән осоронда өс тапҡыр отпускыла була. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир яҡташтары менән аралашыу өсөн һәр саҡ ваҡыт таба. Мәктәп уҡыусылары менән осрашыу кисәһендә була. Иптәштәренең берҙәмлеге, ғүмерҙе ҡотҡарған осраҡтар, батырлыҡтар хаҡында бәйән итә.
Әле яҡташыбыҙ ике аҙналыҡ отпуск ялынан һуң хәрби хеҙмәткә юлланды. Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.
Башҡортостанда контракт төҙөү­селәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 2 миллион һумға тиклем арттырҙылар. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәм тигәндә 4 520 000 һум аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, барлыҡ контрактсыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан артыҡ ташлама ҡаралған, улар араһында – шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, фатир һатып алыуға 500 мең һум ташлама, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас