Даирә
+24 °С
Ямғыр
Илһөйәрлек
7 Март 2025, 07:04

«Яҡындарымдың ярҙамы мөһим»

“Аза” ҡушаматлы яугир уҙған йылдың сентябрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 201-се Гатчин бригадаһында пулеметсы вазифаһында хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә беҙ уның менән һөйләштек.

«Яҡындарымдың ярҙамы мөһим»«Яҡындарымдың ярҙамы мөһим»
«Яҡындарымдың ярҙамы мөһим»

- Күп дуҫтарым, таныштарым махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәй. Мин дә ситтә ҡала алманым, илебеҙҙе һаҡларға ҡарар иттем, - ти яугир.
“Аза” ике ай әҙерлек үтә һәм уҙған йыл аҙағында хәрби хәрәкәттәр зонаһына юллана. Әсәһе уның һәм махсус хәрби операция зонаһындағы барлыҡ ир-­егеттәр өсөн борсола. Улының Ватанды һаҡлауға баҫыуын аңлай. “Улымдың әйткән һүҙендә ныҡ тороуын, уның ҡарарына бер нимә лә йоғонто яһай алмаясағын беләм”, - тип билдәләне ул. Хәрби хеҙмәткәрҙең әсәһе иһә райондың волонтерлыҡ тормошонда ҡатнаша. Ул посылкалар йыйғанда хәйриә акцияларында әүҙемлек күрһәтә.
Яугир тыумышы менән Олокүл ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалында уҡып, “Ауыл хужалығы водителе” һөнәре алып сыға. Беренсе курстан һуң, академик ял алып, Ҡораллы Көстәр сафына баҫа. Хәрби хеҙмәте уның Амур өлкәһендәге ракета һәм артиллерия ғәскәрҙәрендә үтә. Демобилизациянан һуң, уҡыуын дауам итеп, диплом ала.
“Аза” контрактка ҡул ҡуйғансы водитель булып эшләй. Әлеге ваҡытта ул реабилитация үтә. Һуңынан яңынан хәрби хәрәкәттәр зонаһына барасаҡ.
- Хеҙмәттәштәребеҙ менән телефон аша һөйләшеп торабыҙ. Хеҙмәт осоронда беҙ бер ғаилә кеүек булып бөттөк. Иптәштәремдән уңдым. Халыҡ-­ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан гүзәл заттарҙы 8 Март менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ теләйем. Иң яҡын кешеләр – һөйөклө әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ, апай-һеңлеләребеҙҙең ярҙамы хәрби хеҙмәткәрҙәргә көс һәм илһам бирә, - тине ул.
Башҡортостанда контракт төҙөүсе­ләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 2 000 000 һумға тиклем арттырҙылар. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәм тигәндә 4 520 000 һум аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, барлыҡ контрактсыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ташлама ҡаралған, улар араһында – шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, фатир һатып алғанда ташлама, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар.

Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Ғәлиә Кәримова.

 

Автор:
Читайте нас