Даирә
+24 °С
Ямғыр
Илһөйәрлек
13 Февраль 2025, 05:06

Күп балалы атай ҙа ил һағында

Ата-бабаларыбыҙҙың васыятын үтәп, ҡыйыу ир-егеттәребеҙ ил һағына баҫа. Улар араһында яҡты киләсәк өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып, район үҙәгендә йәшәгән ир ҙә бар. 

Күп балалы атай ҙа ил һағындаКүп балалы атай ҙа ил һағында
Күп балалы атай ҙа ил һағында

Өс бала атаһы ысын ир-егеттәргә хас булғанса, илгә хәүеф янағанда ситтә ҡала алмауын аңлай һәм етди ҡарар ҡабул итә. Ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 2023 йылдың 15 авгусында махсус хәрби операция зонаһына юллана. Яугир “Форост” тигән хәрби ҡушамат ала.
- Махсус хәрби операция башланғас та ул тынғылыҡ тапманы. Илгә хәүеф янағанда өйҙә ҡала алмайым, тип һүҙендә ныҡ торҙо. Уны уйлағанынан ҡабат һүреү мөмкин булманы. Был аҙымы төплө уйланылғайны. Балаларҙы ҡара, ә мин һеҙҙе һаҡлаясаҡмын һәм еңеү менән ҡайтасаҡмын, тигән ышаныс менән көсләшеп тигәндәй китте. Уңайы сыҡҡанда телефондан һөйләшәбеҙ. Яу ҡыры тураһында һөйләргә яратмай. Өс тапҡыр яраланһа ла, барыһы ла һәйбәт, иҫәнмен бит, ти. Ул беҙҙе борсолдормаҫҡа тырыша, - тип һөйләне яугирҙе өҙөлөп көтөүсе ҡатыны.
Уның һүҙҙәре буйынса, тормош иптәше донъя күреп, сынығыу үткән кеше: ике йыл армия сафында хеҙмәт иткәс, юғары белем алған. Тәүҙә эске органдарҙа эшләгән, артабан башҡа хеҙмәткә күскән.
Ныҡлы рух, батырлыҡ өлгөһө булған яугирҙәр данлы йолаларҙы дауам итеп, ғүмерҙәрен үлем хәүефе аҫтына ҡуйып көрәшәләр. Бөтә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең иҫән-имен ҡайтыуҙарын, улар иҫәбендә тыныс күк йөҙө өсөн үҙ өлөшөн индергән “Форост”ҡа яраларының тиҙерәк төҙәлеп, Еңеү тантана итеүен теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фәниә Сәлимгәрәева.

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас