Сараға 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең Шайморатов класы (8-се “б”) уҡыусылары һәм махсус ҡунаҡ - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әлеге ваҡытта ялда булған “Ярмух” позывнойлы яугир саҡырылғайны.
Дәүләт флагтарын күтәреү Тыуған илебеҙҙең ысын һаҡсылары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары Аяз Бикмәтовҡа, Рианна Вәлиеваға һәм Светлана Рәхмәтуллинаға тапшырылды. Кескәй “шайморатовсылар” балалар баҡсаһының педагогтары менән бергә сараға ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгәйне: балалар шиғырҙар һөйләне, сафта йөрөнө, башҡорт һәм рус телдәрендә “Шайморатов генерал” йыр-гимнды башҡарҙы, Тыуған илдең лайыҡлы кешеләре, патриоттары булыу өсөн ант бирҙе. Сара барышында Тимур Руслан улы Батталов етәкселегендәге Шайморатов класы уҡыусылары балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең түштәренә билдәләр таҡты.
- Халҡыбыҙ һәр саҡ үҙенең ҡаһарманлығы менән дан алған. Илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн олатайҙарыбыҙ еңеү өсөн ғүмерҙәрен бирә. Бөгөнгө көндән һеҙҙең төркөм Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтәсәк. Илебеҙҙең патриотын Башҡортостанда белмәгән кеше юҡтыр. Хәҙер һеҙ батырҙың исемен ғорур йөрөтәсәкһегеҙ. Һеҙгә ҡарап башҡалар өлгө аласаҡ. Был исемгә лайыҡлы булығыҙ! – тине балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наталья Йәрмөхәмәтова.
Кескәйҙәр был исемде ғорурлыҡ менән йөрөтөр һәм легендар комдивдың иҫтәлеген һаҡлап, илебеҙҙең патриоттары булып үҫерҙәр, тип ышанабыҙ.
Сара аҙағында йәш “шайморатовсылар”ҙы балалар баҡсаһы мөдире Әлфинә Дилмөхәмәтова, райондың мәғариф бүлеге методисы Лена Бикҡужина ҡотланылар һәм был исемгә лайыҡлы булыуҙарын теләнеләр.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.