«Тыуған илде һаҡлау олатайҙарыбыҙҙан ҡалған»
Егет мәктәпте тамамлау менән армия сафына алына. Мәскәү өлкәһендә артиллерист булып өлгөлө хеҙмәт итә. Ауыл ерендә тәрбиәләнгән егет эшһөйәр, физик һәм рухи яҡтан сәләмәт, спорт менән дуҫ булып үҫә. Шуға армия хеҙмәтендә лә һынатмай. Артабан уны кесе командирҙар составында уҡыталар. Һалдат антына тоғро ҡалып, намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн ата-әсәһе Рәхмәт хаттары алып ҡыуана. Хәрби тормошто үҙ иткән егет хеҙмәт итеп бөтмәҫ элек контракт төҙөп үҙен армияға бағышларға ҡарар итә. Атаһы менән әсәһе фатихаларын биреп, ризалашалар. “Прапорщиктар мәктәбе”н тамамлап, хәрби звание ала. Хеҙмәт итеү осоронда уға ике тапҡыр Сүриәлә лә командировкаларҙа булырға тура килә.
Махсус хәрби операция башланып киткәс, ул хеҙмәтен ҡыҙыу нөктәлә дауам итә. Бында техник-механик һөнәрен ала. Әлеге ваҡытта тәьминәт итеү взводы командиры – улар алғы һыҙыҡты боеприпастар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеп торалар.
Яҡташыбыҙ яҡшы хеҙмәте, хәрби бурысты намыҫлы үтәгәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тарафынан билдәләнә. «Ҡаһарманлыҡ өсөн», Жуков, II дәрәжә «Ҡаһарманлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусыға», «Авдеевканы азат иткән өсөн» миҙалдарына лайыҡ була. Шулай уҡ һалдаттарҙың ата-әсәләренән рәхмәт хаттарын да алып тора икән.
Яугирҙән ни өсөн хәрби юлдан китеүе тураһында һорашам. “Армияға тиклем янғын һүндереүсе булғым килде. Хеҙмәт итеү барышында теләгем үҙгәрҙе. Ғүмеремде хәрби тормошҡа бағышларға уйланым. Быға һис тә үкенмәйем. Хеҙмәт итергә, илебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Тыуған илде һаҡлау электән ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған. Дәүләтбай олатайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ул киләһе быуын тыныслыҡта, азатлыҡта йәшәһен өсөн дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Ҡыҙғанысҡа, ҡаты яуҙарҙың береһендә бер аяҡһыҙ һәм бер ҡулһыҙ ҡала... Тыуған илде яҡлау – һәр ир-егеттең бурысы. Илебеҙҙә һуғыш булмаһын, балаларыбыҙ тыныслыҡта йәшәһен өсөн көрәшәбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булырына ышанам”, - тип һөйләне яугир.
“Шихан” донъялар тынысланып, хәрби хеҙмәте тамамланып, пенсияға сыҡҡас, тыныс тормошта улын һәм ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға теләй.
- Улыбыҙ һәр саҡ кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле булды. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, хәлдәребеҙҙе һорашып, сәләмдәрен еткереп тора. Беҙҙе борсолдормайым тип һәр ваҡыт яҡшы тип яуап бирә. Ялға ҡайтҡанында ла йылы һүҙҙәре менән күңелде йомшарта, беҙгә тик изгелектәр генә эшләргә тырыша. Уның иҫән-һау йөрөүен теләп, доғаларымды уҡып ҡына торам, - ти әсәһе.
Донъялар тынысланып, уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын, барлыҡ хәрбиҙәрҙең иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Әйткәндәй, республикала контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 2 миллион һумға тиклем арттырылды.
Хеҙмәт итеү йылында 4 520 000 һум аҡса эшләргә мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн республикала шулай уҡ 40- тан ашыу льгота ғәмәлдә: фатирҙарға ташламалар, шифаханаларға путевкалар, балалар өсөн бушлай белем биреү һәм башҡалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.