Еңеүгә өлөш индерәләр
Үрге Төкөн ауылы халҡы ла был эшкә дәррәү тотондо. Улар бик күп тапҡырҙар яугирҙәргә кейем-һалым, медикаменттар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тауарҙар, аҙыҡ-түлек әҙерләп, посылкалар ебәрҙеләр. Күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын ҡушып, үҙ ҡулдары менән бәйләгән бейәләйҙәр, ойоҡбаштар, бешергән бауырһаҡтар ҙа был посылкала урын алды. Шулай уҡ ауылдаштар һалдаттарыбыҙға бөгөнгө көндә иң кәрәкле булған маскировка селтәре үреү эшен дә яйға һалдылар. Көн дә ауыл клубына йыйылып, ҡатын-ҡыҙҙар бер нисә сәғәт ваҡыттарын селтәр үреүгә бағышлай.
- Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн тыл ышаныслы булырға тейеш. Аҙ булһа ла ярҙам итәйек, тип тырыша ауылыбыҙ халҡы. Яугир яҡташтарыбыҙға кәрәк әйберҙәр алыу өсөн аҡса йыйыуҙа ҡатнашҡан, ваҡыт табып селтәр үрергә килгән ауылдаштарымдың барыһына ла оло рәхмәт белдерәм. Миңнира Байғусҡарова, Зифа Көҫәпҡолова, Мөнирә Ғүмәрова, Райхана һәм Нурсилә Сурбаевалар даими рәүештә башалтай-бейәләйҙәр бәйләп килтереп тора, ә Әнисә Аҙнабаева һалдаттарға үҙенең тәмле бауырһаҡтарын бешереп ебәрә. Башҡа ауылдаштарымдың да һәр береһе ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә ашыға. Изге эштәрегеҙҙең сауаптары үҙегеҙгә лә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Мобилизацияланған ауылдашыбыҙҙың һәм барлыҡ башҡа яугирҙәребеҙҙең тиҙ арала еңеү менән тыуған яҡтарына имен- һау әйләнеп ҡайтыуҙарын бөтә йөрәктән теләйбеҙ, - ти Үрге Төкөн ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Айгөл Хәмитова.
Оло эш башҡараһығыҙ, яҡташтар! Изге эштәрегеҙ уң булһын, изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!