Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
16 Ғинуар , 10:30

62 йәшлек ир ил һағына баҫҡан

Тыныслығыбыҙ һағына баҫыусы яугирҙәр рәтен яҡташ ир-егеттәр ҙә тулыландырып тора. Улар араһында - Атйетәр ауылында йәшәүсе, хәҙер инде “Душман” позывнойлы яугир.

62 йәшлек ир ил һағына баҫҡан
62 йәшлек ир ил һағына баҫҡан

Йәш булмаған кешенең махсус хәрби операцияға юлланыуын ишеткәс, илһөйәрлек рухы ни тиклем көслө булыуына тағы ла бер тапҡыр инанаһың. Ул уҙған йылдың февраль айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, үҙ теләге менән илде һаҡларға йүнәлә.
- Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта патриотизм тәрбиәһе бик көслө булды. Армияға барыуҙы һәр кем малай саҡтан көтөп алды. Ваҡыт еткәс, мин дә һәр ир-егет кеүек хәрби бурысымды үтәнем - армия сафында тыныс шарттарҙа хеҙмәт иттем. Йылдар үткәс, Чечен һуғышы осоронда водитель булараҡ, командировкаларға йыш йөрөргә тура килде. Ғөмүмән, юлдар төрлө яҡтарға алып барҙы – Себер тарафтарында ла эшләп ҡайттым. Тормош юлым башҡаларҙан әллә ни бик айырылманы кеүек. Бына әле тормош үҙенекен итте. Тыуған ил һағына дошман янағас, мин дә бармай ҡала алманым. Ҡатыным да ни эшләһен, ҡарарыма ризалашты. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта булыуына ышанам, - ти ул ғорурлыҡ менән.
Тыумышы менән Өфө районынан булған ир кесе йәштән тәүәккәл, тиктормаҫ, сос була. Күп егеттәр хәрби һөнәр тураһында хыялланған кеүек уның да күңел төпкөлөндә була был ир-егеттәр һөнәре. Тик тәҡдир үҙенекен итә. Ул яҙмыш ҡушыуы буйынса Атйетәр ауылында үҙ бәхетен табып йәшәй. “Душман” махсус хәрби операцияға тиклем урындағы мәктәп автобусының водителе булып эшләй. Был эшенән тыш мәктәптә бөтә ваҡ-төйәк эштәрҙе лә ихлас башҡара. Хеҙмәттәштәренең һүҙҙәре буйынса, уның ҡулынан килмәгән эш юҡ. Үҙ эшен яратҡан ир ил һағына баҫҡас та һөнәренә тоғро ҡала. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда үҙе йөрөткән автобусты (мәктәптә ике автобус була) алып китергә ҡарар итә. Уның тәҡдимен район хакимиәте етәкселеге һәм мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев та хуплай. Шулай итеп, ул әлеге көндә элек үҙе йөрөгән автобусында яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ, боеприпастар ташый. Тик автобус хәҙер һары түгел, йәшел төҫкә буялған.
Яугир ҡыҫҡа ва­ҡыт­лы ялға ҡайтҡан осорҙа ауылдаштары, хеҙмәттәштәре менән аралашырға өлгөрә. Мә­ктәптә уҡыусылар менән осрашыу ҙа уҙғара. Уның кәйефе шәп, еңеү менән ҡайтырға ышанысы көслө булыуы яҡташтарын һоҡландыра.
Өйҙә уның өсөн ут йотҡан, шул уҡ ваҡытта ҡыйыулығына, баҙнатлығына ғорурланған ҡатыны һәм ғаиләһе һағынып көтә. Араларын телефон менән бәйләп, һағыныу һағыштарын баҫа. Әйткәндәй, уның хәрби һөнәрен алған улы ла тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Барлыҡ яугирҙәргә, шул иҫәптә “Душман”ға имен-һау, еңеү менән тыуған төйәккә әйләнеп ҡайтырға насип итһен!

Әйткәндәй, республикала контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 2 миллион һумға тиклем арттырылды.
Хеҙмәт итеү йылында 4 520 000 һум аҡса эшләргә мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн республикала шулай уҡ 40-тан ашыу льгота ғәмәлдә: фатирҙарға ташламалар, шифаханаларға путевкалар, балалар өсөн бушлай белем биреү һәм башҡалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.

Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: