Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
13 Ғинуар , 08:52

Лайыҡлы хеҙмәт итә

Николаевка ауылынан “Магаш” ҡушаматлы яугир “Ватан” ирекле отрядында өлкән наводчик булып хеҙмәт итә.

Лайыҡлы хеҙмәт итә
Лайыҡлы хеҙмәт итә

Лайыҡлы хеҙмәт итә

Николаевка ауылынан “Магаш” ҡушаматлы яугир “Ватан” ирекле отрядында өлкән наводчик булып хеҙмәт итә.

Уҙған йылдың апрелендә хәрби хеҙмәткәр РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Хәҙерге ваҡыт­та ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

- Мин йөрәк ҡушыуы буйынса, үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттем. Ир-егеттәр иле­беҙҙе һаҡлағанда, мин ситтә ҡала алма­ным, - ти әңгәмәләшеүсем.

Махсус операция зонаһына барыр алдынан һуғышсы хәрби әҙерлек уҙған, унда ул тактик әҙерлек, хәрби техника менән идара итеү күнекмәләрен һәм ялан шарттарында беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү ысулдарын үҙләштер­гән.

Ағымдағы йылдың йәйендә “Ма­гаш”ты “Звезда” телеканалында күрһәт­кәндәр.

- Беҙгә “Звезда” телеканалынан төшөрөү төркөмө килде. Хәбәрселәр беҙҙең менән бер окопта булдылар.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн яу­гирҙе дәүләт бүләгенә тәҡдим итәләр.

“Магаш” тыумышы менән Архан­гел районынан. Район үҙгендәге 2-се һанлы мәктәпте тамамлап, 145-се учи­лищеһында тракторсы һөнәре буйынса белем ала. Контракт төҙөгәнсе төҙөлөш өлкәһендә эшләгән. Өйләнгән, тормош иптәше менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

“Магаш”ҡа һәм барлыҡ һалдатта­рыбыҙға Еңеү яулап, тыуған яҡтарына иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министр­лығы менән контракт төҙөгән республикабыҙ халҡы бер тапҡыр 505 мең һум аласаҡ. Контракт төҙөгәндә РФ Оборона министрлығы (400 мең һум) һәм муници­палитеттар (Ҡырмыҫҡалы районы – 100 мең һум) түләүҙәре менән бергә, түләүҙәр 1 миллион һумдан артыҡ тәшкил итәсәк.

Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 теле­фондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары­ның хәрби комиссариатына килергә мөм­кин.

Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:
Читайте нас: