Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
12 Декабрь , 15:19

Уны дуҫтары “Мудрый” тип йөрөтә

Махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты һәм бөгөнгәсә Ватан алдындағы үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй. Тыуған илебеҙгә хәүеф янаған саҡта батыр яугирҙәр ситтә ҡала алманы һәм дошмандың һөжүмен кире ҡағыу эшенә үҙ өлөшөн индереүҙе хуп күрҙе.

Уны дуҫтары “Мудрый” тип йөрөтә
Уны дуҫтары “Мудрый” тип йөрөтә

“Мудрый” позывнойын йөрөтөүсе яҡташыбыҙ ҙа күп уйлап тормайынса, Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби опе­рация биләмәһенә барырға ниәт итә.

Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән рай­ондашыбыҙ урындағы мәктәпте тамам­лап, Стәрлетамаҡ ҡалаһында физик куль­тура уҡытыусыһына уҡый. Дипломлы белгес үҙенең хеҙмәт юлын Подлуб ауылы мәктәбендә башлай.

Яҡташыбыҙ әрме хеҙмәтенә алынғас, Афғанстан сигендә Ватан алдындағы бу­рысын үтәй. 1995 йылда ул Рәсәй Федера­цияһының Оборона министрлығы менән тәүге контрактын төҙөп, Чечен Республи­каһында хеҙмәт итә. Артабан ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, республикабыҙ предприятиеларында эшләй. Тормош иптәше менән бер ул үҫтерәләр.

2022 йылда икенсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһының Оборона министр­лығы менән контракт төҙөп, “Мудрый” үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ватан алдындағы бурысын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһар­манлығы өсөн ул Суворов, “МХО-ла ҡат­нашыусы” миҙалдарына һәм башҡа наградаларға эйә була.

Тыуған төйәгенә һанаулы ғына көн­дәргә ялға ҡайтҡан яугир менән беҙгә те­лефон аша аралашырға насип булды.

- Тыуған илемде яратам, шуға күрә минең алда “Махсус хәрби операцияға ба­рырғамы, юҡмы?” тигән һорау торманы. Минең тәжрибәм илде һаҡлау өсөн кәрәк, тип иҫәпләйем. Тәүҙә Шайморатов ба­тальонында хеҙмәт иткәйнем, һуңынан Даян Мурзин исемендәге батальонға күстем. Бына әле район үҙәгенә барып, ирекмән райондаштарым әҙерләгән гума­нитар ярҙамды алып китеү эштәре буйын­са мәсьәләләрҙе хәл иттем. Резеда Әхтә­мова етәкләгән ирекмәндәр командаһына оло рәхмәт әйткем килә. Улар үҙҙәренең ваҡытын йәлләмәйенсә яугирҙәр өсөн ҙур ярҙам күрһәтәләр. Беҙгә даими рәүештә гуманитар ярҙам килеп тора. Шундай ҙур эш башҡарғандары өсөн яҡташтарым­дың барыһына ла оло рәхмәтлемен. Хәр­би хеҙмәткәрҙәр өсөн тылдан ярҙам бик мөһим. Ул яугирҙәрҙең рухын күтәрә һәм көс өҫтәй. Беҙҙең хәлде белешеп торға­нығыҙ өсөн һеҙгә лә рәхмәт. Яҡташта­рымды етеп килгән Яңы йыл менән ҡот­лайым. Яңы йылда беҙҙең ир-егеттәр еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, тип теләйем, - тине ул.

Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, барлыҡ яу­гирҙәргә хәйерле, изге, имен юлдар теләй­беҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, ҡыйыу ир-егеттәр!

Әйткәндәй, республика халҡы махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән кон­тракт төҙөһә, бер тапҡыр 505 мең һум аҡса аласаҡ. РФ Оборона министрлығы түләүҙәре (400 мең һум) һәм райондан (100 мең һум) контракт төҙөгәндә түләүҙәр 1 миллион һумға артты.

Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби ко­миссариатҡа килергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: