Бөгөн шундай егеттәрҙең береһе – Ибраһим ауылында тыуып үҫкән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, мәғрифәтсе шағир, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бүләһе тураһында бәйән итмәксебеҙ.
Үҙенә үҙенсәлекле “Кабарга” позывнойын һайлаған яугир Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫкән. Өфөләге мәктәптә белем алғас, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән. Ғаиләһе менән Ҡабаҡ ауылында төпләнгән.
Быйыл август айында яҡташыбыҙ үҙ теләге менән РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа, яу ҡырында ауыр яра алған яҡташыбыҙға оҙаҡ ҡына Мәскәү госпиталендә дауаланырға тура килә. Әлеге көндә ул ғаиләһе янында ял итә һәм тағы ла сәләмәтлеген нығытырға барасаҡ.
- Илебеҙгә оло бәлә килгәндә, бик күп яҡташтарым яу ҡырында булғанда, мин дә ситтә ҡала алманым һәм бер һүҙһеҙ махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иттем, - ти яугир үҙенең ныҡлы ҡарары хаҡында.
- Уның бер туған ҡустыһы ла ағаһы артынан сентябрҙә махсус хәрби операцияға китте. Әлеге көндә ул да яраланып, госпиталдә дауалана, - ти “Кабарга”ның Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе өләсәһе Динә Мөлҡаманова.
Яҡташыбыҙҙың үҙенсәлекле позывнойы “Ҡабырға” һүҙенән алынғандыр тип фараз итеп, ни өсөн бындай исем һайлауы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡһаң, бөтөнләй икенсе мәғәнә аңлата икән.
- “Кабарга” – ул бик етеҙ хәрәкәт итеүсе боландың бер төрө, - тип аңлатты беҙгә был турала яугир.
Эйе, яуҙа ҡыйыулыҡ ҡына түгел, шулай уҡ етеҙлек тә талап ителә. Шуға күрә яҡташыбыҙ үҙенә лайыҡлы позывной һайлаған тигән һығымта ла яһап ҡуйҙыҡ.
Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаған ошондай илһөйәр, ҡыйыу, рухлы, Ватаныбыҙға тоғро бөтә яугирҙәр ҙә иҫән-һау тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтырҙар тигән ҙур өмөттәр менән йәшәйбеҙ. Ил-йортобоҙ имен торһон, донъяларыбыҙға тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡы махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министр¬лығы менән контракт төҙөһә, бер тапҡыр 505 мең һум аҡса аласаҡ. РФ Оборона министрлығы түләүҙәре (400 мең һум) һәм райондан (100 мең һум) контракт төҙөгәндә түләүҙәр 1 миллион һумға артты.
Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килергә мөмкин.